Республикала тәүгеләрҙән булып асылған бағыр фермаһы уңышлы эшләп килә. Донъяла иң ҡиммәтле балыҡтарҙың бер төрөн – бағырҙы Салауат районындағы Ләүзә йылғаһында төҙөлгән бассейндарҙа үрсетәләр. Бағырҙы йыш ҡына “батша балығы” тип йөрөтәләр. Бөтә донъяла иң ҡиммәтле балыҡтарҙың был төрөн үрсетеү теләге менән Эдуард Шәрәфетдинов ете йыл янып йәшәй. Бәләкәйҙән тәбиғәтте, балыҡсылыҡты яратҡан ир-егет бөтә буш ваҡытын ошо шөғөлгә бағышлай. Был темаға ҡағылышлы күп әҙәбиәт менән дә танышҡан. Хатта төрлө төбәктәргә, илдәргә йөрөп, башҡа фермерҙарҙың тәжрибәһен өйрәнгән.Балыҡсылыҡ фермаһы өсөн ул Салауат районындағы Ҡыҙырбаҡ ауылы эргәһендәге хозур тәбиғәтле урынды һайлай. “Янғантау” геопаркы биләмәһендәге ер экологик яҡтан таҙа, ауыл-хужалығы эштәре алып барылмағас, тупраҡта ағыулы ашламалар ҙа юҡ. Ә иң мөһиме – Йүрүҙәнгә ҡойған, таҙа һәм һалҡын һыулы Ләүзә йылғаһы аға. Тап ошо йылға тамағында балыҡтар үрсетеү каналы төҙөгән дә инде фермер. Өҫтәүенә, каналдарҙың береһенә Ләүзә йылғаһындағы ҡырағай йылға бағыры ла инә, тимәк, уларҙың да популяцияһы тергеҙелә. Әйткәндәй, тура дүртмөйөш формаһындағы бассейндар һыуҙағы кислородтың һәм башҡа биохимик күрһәткестәрҙең нормала булыуын тәьмин итә. Балыҡтың ите сифатлы һәм тәмле булһын өсөн, шулай уҡ, антибиотиктарһыҙ, яһалма буяуғыстарһыҙ органик ем кәрәк, ти эшҡыуар. Емде фермер сит илдән, атап әйткәндә, Франциянан һатып ала. Сөнки Рәсәйҙә бағырҙар өсөн сифатлы аҙыҡ етештермәйҙәр, ти ул. Ғөмүмән алғанда, 50 тонна балыҡ үрсетер өсөн 50 тонна ем кәрәк. Әлеге мәлдә Ләүзә фермаһының ҡеүәте – йылына 50 тонна бағыр балығы. Селбәрәнән алып, һатыуға яраҡлы балыҡ үҫтереү өсөн ике йыл самаһы ваҡыт талап ителә. Продукцияны айырым кешеләр ҙә һатып ала, билдәле ресторандарға ла оҙатыла. Эште Эдуард Шәрәфетдинов үҙ көсө, үҙ аҡсаһы менән башлап ебәргән. Әммә район хакимиәте тарафынан да ярҙамһыҙ булмай. Әле яңы ғына элект энергияһын үткәрҙеләр, ти ул. Шулай уҡ, эшҡыуар “Агростартап” конкурсында ҡатнашып, дәүләт грантын отҡан. Киләсәктә, фермала ыуылдырыҡтан алып, балыҡты үрсетеп, эшкәртеп, әҙер продукцияны ҡалаларға оҙатыу күҙҙалана. Тимәк, республика халҡы үҙ йылғаларында үрсетелгән ҡиммәтле деликатес менән һыйланыу мөмкинлеген ала. Өҫтәүенә, фермала гастрономик туризмды үҫтереү күҙаллана.
Батша балығы – Башҡортостан йылғаларында
Тулыраҡ: Батша балығы – Башҡортостан йылғаларында