Ике яҡты ла ҡәнәғәтләндергән ҡарар булмайынса шиханға бер кем дә теймәйәсәк. Был хаҡта Радий Фәрит улы Ҡуштау янында ҡойма ямғыр аҫтында экология өсөн борсолоусылар менән осрашыуҙа белдерҙе. Ауыр техника китәсәк, шул уҡ ваҡытта тау янында барлыҡҡа килгән лагерь ҙа үҙ эшен туҡтатырға тейеш. Башҡортостан сода компанияһы етәкселеген дә аңларға була-предприятиеға эш урындарын һаҡлап ҡалырға кәрәк. Ҡуштауҙы яҡлаусылар иһә ниндәй ҙә булһа альтернатива табырға тәҡдим итә. Радий Хәбиров яҡтарға түңәрәк өҫтәл артына ултырыу, һөйләшеүҙәр башлау кәрәклеге тураһында белдереп экология өсөн борсолоусыларҙы шихандар буйынса йәмәғәт советы ултырышына саҡырҙы. Башҡорт сода компанияһынан йөҙләгән эшсе тере колоннаға теҙелгән. Уларға ҡаршы атлаған экоактивистар — Ҡуштауҙы эшкәртеүгә ҡаршы булыусылар һаны унар тапҡырға күберәк. Тыныс протестҡа йыйылған халыҡ лозунгтар менән эшселәр янынан үтә. Ә бына түбәндәрәк урынлашҡан блокпоста хоҡуҡ һаҡслылары менән ҡаршылыҡ бер аҙ ыҙғышҡа алып килә.Тауҙы эшкәртеүгә ҡаршы сығыусылар геологик тикшереү эштәре барған ергә үтергә тырыша. Полицияға ҡул аҫтында булған шешә, таяҡтар оса. Иң әүҙемдәрен шунда уҡ ҡулға алалар. Сыуалыш олоға китмәһен өсөн экология өсөн көрәшеүселәр мәсьәләне тыныс хәл итергә тәҡдим итә.Хәл ҡыҙғандан-ҡыҙа ғына, хатта хоҡуҡ һаҡсылары күҙ йәшен йәшерә алмай. Блок-пост аша үтеп булмағанын аңлап активистар урман аша юғарыға ынтыла. Сәнскеле тимер сымдарынан ҡуйылған ҡаршылыҡ та уларҙы туҡтатманы.Хоҡуҡ һаҡсыларына ситтән күҙәтергә генә ҡала. Тауҙы эшкәртеүгә ҡаршы булған халыҡ Сода компанияһы техникаһына юл тота. Ошонда уҡ улар лагерь ҡороп ебәрҙе. Эске эштәр министрлығы вәкиле халыҡ араһына сығып көтөлгән иғлан еткерҙе.Бер нисә сәғәттән Радий Хәбиров Ҡуштау янында ине. Ул шиханды яҡлаусылар менән күҙгә-күҙ ҡарашып һөйләшер өсөн килгән. Ошо минутта башланған ҡойма ямғыр мөһим һөйләшеүгә ҡамасауламаны – бөтәһе лә Радий Хәбировтың нимә тип әйтерен көттө.Активистар быға тиклем ҡулға алынған егеттәрҙе азат итеүҙәрен һораны.Осрашыу һөҙөмтәһе булараҡ – митингты туҡтатырға килешелде. Тап тыныс шарттарҙа һөйләшеү заманында Торатауҙы һаҡлап ҡалырға ярҙам итте. Әммә ҡаланың эре предприятиеларының береһен сеймалһыҙ ҡалдырыу ҙа дөрөҫ түгел. БСК эшселәре лә үткән ялдарҙа эшһеҙ ҡалдырмауҙы талап итеп митингҡа йыйылды. Радий Хәбиров яҡтар фекерен уртаға һалып һөйләшергә тәҡдим итте һәм активистарҙың Ҡуштау мәсьәләһе буйынса Координация Советын булдырыу башланғысын хупланы, әйткәндәй яртылаш экоактивистарҙан торған Совет бөгөн тәүге ултырышҡа йыйыласаҡ.
Республика етәксеһе Ҡуштау буйынса үҙ фекерен белдерҙе
Тулыраҡ: Республика етәксеһе Ҡуштау буйынса үҙ фекерен белдерҙе