Башҡортостанда Ковид-19 сирен йоҡтороусылар 7 мең 300-гә етте

Тулыраҡ: Башҡортостанда Ковид-19 сирен йоҡтороусылар 7 мең 300-гә етте

6 мең 227 кеше һауығып сыҡҡан. Пандемия башланғандан алып коронавирустан 26 кеше һәләк булған. Рәсәйҙә коронавирус инфекцияһына ҡаршы тәүге вакцина теркәлде. Медицина хеҙмәткәрҙәренә, өлкән йәштәгеләргә, һаулыҡтары насар булыусыларға прививка тәү сиратта эшләнәсәк.