Көйөргәҙе районында етем балаларҙы бихисап етешһеҙлектәре булған фатир менән тәьмин иткәндәр. Унда йәшәрлек түгел, тип белдерә йәш ғаиләләр. Фатирҙарҙа — дым, үңәҙ һәм елләтеү системаһы яҡшылап эшләмәй. Был мәсьәләне прокуратура контролгә алған. Ике бала тәрбиәләгән Анастасия Наяксова ҡыҙғаныс хәлдә ҡалған – уға закон буйынса бирелгән фатир йәшәргә яраҡлы түгел. Ә йәш әсәнең башҡа торлағы юҡ. Тик хоҡуҡ һаҡлау органдарына мөрәжәғәт иткәс кенә төҙөүселәр ҡайһы бер етешһеҙлектәрҙе бөтөргән. Улар диуарҙарҙы тигеҙләп, яңынан обой йәбештергән һәм тәҙрәләрҙең ситен буяған. Әммә, ҡышҡыһын тағы да йорт дымланыр, тип хәүефләнә ҡатын. Ошондай уҡ хәл башҡа фатирҙарҙа ла күҙәтелә. Үңәҙ хатта икенсе ҡатҡа ла барып еткән — бүлмәләрҙе елләтеү ярҙам итмәй. Шуға күрә, бында күпселек ғаиләләр йәшәүҙән баш тартҡан.Әйткәндәй, ҡайһы бер бүлмәләрҙә елләтеү системаһы урын-еренә еткереп эшләнмәгән, тик исем өсөн. Электр плиталары ла төҙөк түгел. Уларҙы 2018 йылда барлыҡ 14 фатирға ҡуйып сыҡҡандар. Бина йәшәү өсөн тәғәйенләнмәгән булған. Элекке хакимиәт етәкселеге һәм хужалар тиҙ генә үҙҙәренсә хәл иткән. Бында еңелсә ремонт башҡарылған һәм объект файҙаланыуға тапшырылған. Һуңынан прокуратура, Роспотребнадзор һәм ҡаҙнасылыҡ бихисап етешһеҙлектәр асыҡлаған, шул иҫәптән сифатҡа ҡағылышлы һорауҙар ҙа бар.Көйөргәҙе районы хакимиәтенән белдереүҙәренсә, әлегә торлаҡ фондында был ғаиләләргә йорт юҡ. Шулай ҙа ярҙам итергә вәғәҙә бирәләр.
Етемдәрҙең күҙ йәше кемгә төшөр?
Тулыраҡ: Етемдәрҙең күҙ йәше кемгә төшөр?