100 балл өсөн – 50 мең һум.

Тулыраҡ: 100 балл өсөн – 50 мең һум.

Берҙәм Дәүләт имтихандарында 100 балл йыйған уҡыусыларҙың уҡытыусылары август айында аҡсалата премия аласаҡ. Был хаҡта республиканың мәғариф һәм фән министрлығында белдерҙеләр. 83-сө лицейын тамамалаусы Егор Долгодворов үҙ алдына Берҙәм Дәүләт имтихандарын тик 100 балға тапшырырға тигән маҡсат ҡуймай. Бәтә Рәсәй олимпиадалары еңеүсеһенә 75 балл йыйһа ла теләгән уҡыу йортона юл асыҡ. Әммә вундеркинд егет 4 фәндән дә яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшә. 83-сө лицейҙың информатика фәне уҡытыусыһы Александр Гильдиндың 4 уҡыусыһы дәүләт һынауҙарында белеменең иң юғары билдәгә лайыҡ икәнен күрһәткән. Бындай хәл тәүге йыл ғына түгел. Ә тап быйыл 100 балл йыйған уҡыусы өсөн аҡсалата премия ҡарала тигән яңылыҡты уҡытыусы йылмайып ҡабул итә. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров республикала берҙәм Дәүләт Имтихандарын ойоштороу һәм уҙғарыуҙы юғары баһаланы. Шулай уҡ айырым фәндәр буйынса йөҙәр балл йыйған уҡыусыларҙың пелагогтарына аҡсалата премия биреү кәрәклеген белдерҙе. Барлығы республикала 127 сығарылыш уҡыусыһы Дәүләт имтихандарында 100 балл йыйыуға өлгәшкән. Республика буйынса 3 уҡыусы иң юғары балды бер-нисә фәндән йыйған. Тәүгеһе Егор Долгодворов булһа, тағы ике уҡыусы башҡаланың 153-сө лицейынан Анна Хайтина һәм Даниил Фролов. Был уҡыусылар ҙа үҙҙәрен вундеркинд тип һанамай. Анна Хайтина 5-се класстан бихисап олимпиадалар еңеүсеһе. Дәүләт һынауҙарында үтә тулҡынланыу кисермәнем, тей. Иң ныҡ тулҡынланыу кисергәндәр, әлбиттә, ата-әсәйҙәр һәм уҡытыусыларҙыр. Республика мәктәптәрендә рус теленән 25 уҡыусы 100 бал йыйһа, физика һәм информатиканан 20-шәр балала юғары күрһәткес. Ә иң күп 100 балл йыйыусылар химия фәненән.Уларҙың һаны -35 кеше. Балаҡатай районы Оло Ыҡтамаҡ ауылының 1-се лицейы уҡытыусыһы Рәмзиә Мөхөбуллинаның да уҡыусылары йылдан йыл химия фәненән юғары күрһәткестәргә өлгәшә. 37 йыллыҡ хеҙмәт стажы туплаған уҡытыусы үҙенең тәрбиә-уҡытыу серҙәре менән беҙҙең « Хәйерле иртә, Республика » тапшырыуында бүлеште. 100 балл йыйған уҡыусылар тәрбиәләгән уҡытыусыларға 50 мең күләмендә премия тапшырыла. Уларҙың һаны республикала 106 кеше тип билдәләнгән. Бының өсөн ҡаҙнанан 5,5 миллион һум аҡса бүленә. Республика башлығы уғытыусыларға аҡсалата премия түләүҙе август аҙағына тиклем башҡарырға тигән бурыс ҡуйҙы.