Статистика белгестәре иҫәпләүенсә, быйыл медикаменттар, биҙәүестәр, тәмәке һәм йыуыу-таҙартыу шыйыҡсаларына хаҡ 2-3 процентҡа артҡан, ҡайһы бер төр электр тауарҙар 37 процентҡа тиклем, кейем-һалым, аяҡ кейемдәре - 27 процентҡаса юғары хаҡ менән һатыла. Шәхси гигиена кәрәк-яраҡтары 5 процентҡа ҡиммәтләнгән. Аҙыҡ-түлеккә лә хаҡтар үҙгәрә. Һуған, кишер, һарымһаҡ, кәбеҫтә һәм томат- 4,3 проценттан алып 18 процентҡаса ҡиммәтләнгән. Виноград — уҙған ай эсендә 11,4 процентҡа, һөт 4,7, ҡаймаҡ-ҡатыҡ — 1,8, йомортҡа, борос, маргарин, сыр 2-4,5 процентҡа ҡыйбатыраҡ һатыла башлаған. Шул уҡ ваҡытта — алма, әфлисун һәм банан — 1-3,6, шәкәр ҡомо — 12,1 процентҡа арзанайған. Башҡортостанда йыл башынан инфляция 10,4 процент тип билдәләнгән.
Башҡортостанда дарыуҙар, тәмәке һәм кейем-һалым ҡиммәтләнгән
Тулыраҡ: Башҡортостанда дарыуҙар, тәмәке һәм кейем-һалым ҡиммәтләнгән