Нестеров исемендәге Өфө дәүләт художество музейында һәйкәлде асыу тантанаһында республика башлығы Рөстәм Хәмитов ҡатнашты. Михаил Васильевич Нестеров беҙҙең республика һәм Өфө ҡалаһын танытыу өсөн ҙур тырышлығын һалған шәхес, ул нигеҙ һалған художество музейы бөгөн дә уңышлы үҫеш юлында, тине Рөстәм Хәмитов. Һәйкәлдең авторҙары Фирҙән Нуриәхмәтов менән Владимир Лобанов күренекле рәссамдың иҫтәлеген Өфөлә мәңгеләштерергә теләгән уҡытыусылары, билдәле скульптор Николай Калинушкиндың да хыялын бойомға ашырҙы. Был республикала рәссам һынын мәңгеләштереүсе беренсе һәйкәл.
Бөгөн Өфөлә Михаил Нестеровҡа һәйкәл асылды
Тулыраҡ: Бөгөн Өфөлә Михаил Нестеровҡа һәйкәл асылды