Яңы күпер урамындағы торлаҡ йорттарҙың береһендә ут сығыуы тураһында хәбәр диспетчер хеҙмәтенә төнгө 12-ләр тирәһендә еткерелә. Ваҡиға урынына 7 берәмек техника һәм 21 хеҙмәткәр йүнәлтелә. Ут һүндерелгәс йортта 4 кәүҙә табыла. Янғын төнгө ун икенсе яртыла сыға. Шаһиттар билдәләүенсә, ут беренсе ҡатта башлана. Өйҙән йорт хужаһының атаһы ғына сығып өлгөрә. Фәжиғәлә дүрт кеше, шул иҫәптән ике баланың ғүмере өҙөлә.Виктор Семенов нисек янғын башланғанын аңламай. Ул улына һәм килененә балалар менән сығығыҙ, тип ҡысҡыра һәм тәҙрәнән һикерә. Ләкин, бер кем дә уттан ҡотола алмай. Йорт хужаһы Василий Семенов төрлө техниканы, шул иҫәптән иҫке автомобилдәрҙе төҙөкләндереп һатҡан. Күршеләре лә ғаилә башлығын һәм ҡатынын ыңғай яҡтан баһалай. Улар лайыҡлы йәшәргә тырышты, ти таныштары.Ваҡиға урынында әле тикшереү эштәре бара. Белгестәр, янғын электр сымдарының төҙөк булмауы арҡаһында сығыуы ихтимал, тип фаразлай.Һалҡындар төшөү менән ут сығыу хәүефе арта. Шуға күрә, янғын һүндереүселәр электр ҡорамалдары менән һаҡ булырға, тәмәке, шырпы менән шаярмаҫҡа саҡыра.
Бөгөн төндә Өфөлә янғында 4 кеше һәләк булды
Тулыраҡ: Бөгөн төндә Өфөлә янғында 4 кеше һәләк булды