Өфөнөң милли музейында тарихсы Надир Сәлихтең онлайн рәүештә китап презентацияһы үтте. Элекке дәүерҙе өйрәнеп, бер урынға туплау өсөн уға яҡынса ун йыл ваҡыт талап ителә. Башҡортостандың тарихы һәм мәҙәниәтенә арналып яҙылған монография әле музей кәштәләрен биҙәй. Ғәрәп телен, мәҙәниәтен өйрәнеү өсөн тарихсы Надир Сәлих Әхмәт-Зәки Вәлиди исемендәге милли китапхананың махсус экспозицияһына мөрәжәғәт итә. Бында 16 быуаттан-19 быуатҡа тиклем һаҡланып килгән ҡулъяҙмаларҙы осратырға мөмкин. Монография баҫтырып сығарыр өсөн тарихсы 400-н ашыу ҡулъяҙма менән яҡындан таныша. Надир Сәлих 2009-сы йылда ғәрәп телендәге ҡулъяҙмаларҙы өйрәнә башлай. Ошо темаға диплом эшен яҡлай, һуңынан аспирантурала ғилми эшен дауам итә. Тарихи мәғлүмәттәрҙе өйрәнеп, монография яҙыр өсөн 10 йыл тирәһе ваҡыт сарыф ителә. Революция, совет осорондағы ғәрәп ҡулъяҙмаларының өйрәнеү тарихы, уның таралыуы һәм башҡа бихисап мәғлүмәттәрҙе тарихсы бер китапҡа туплай. Бының өсөн ул Башҡортостан республикаһының милли музейы, милли архивы һәм Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәгендә һаҡланып килгән материалдарға таянып эш итә. Хәҙер уның китабы музейҙарҙа үҙ урынын биләй. Ошо уңайҙан Надир Сәлих республиканың милли музейында онлайн рәүештә китап презентацияһын үткәрҙе. Презентацияға тарихсының хеҙмәттәштәре ҡушылды. Был китап ғилми эҙләнеүҙәр менән шөғөлләнеүсе шәхестәр, студенттар өсөн ҙур мәғлүмәт булып тора. Тарихи китап тиҙҙән Өфө магазиндарында ла һатылыр тигән өмөт бар.
Надир Сәлихтең китап презентацияһы
Тулыраҡ: Надир Сәлихтең китап презентацияһы






