Яҡтарҙы ҡәнәғәтләндергән ҡарар булмаһа-Ҡуштау эшкәртелмәйәсәк

Тулыраҡ: Яҡтарҙы ҡәнәғәтләндергән ҡарар булмаһа-Ҡуштау эшкәртелмәйәсәк

Республика етәксеһе Радий Хәбиров шиханды яҡлаусылар менән, вәғәҙә ителгән осрашыуҙа шулай тип белдерҙе. Башҡортостан башлығы менән осрашыуға экоактивистар, ғалимдар, журналистар, кеше хоҡуҡтары буйынса совет һәм йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре килгәйне. Радий Хәбиров билдәләүенсә, Ҡуштауға бәйле мәсьәлә бар яҡтарҙың да фекерен иҫәпкә алып хәл ителәсәк. Бының өсөн координация советы ойошторола. Әгәр яҡтар уртаҡ фекергә килә алмаһа, шихан эшкәртелмәйәсәк.