Яңы Черкассы ауылы янында урынлашҡан ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар полигонында сүп-сарҙы сорттарға айырыусы яңы мобиль линия файҙаланыуға тапшырылды. Был күсмә комплекс “Экология“ милли проетының “Таҙа ил“ төбәк проекты сиктәрендә алынған. Тәү ҡарашҡа, бик ҡатмарлы күренгән ҡоролма ҡулланыуҙа уңайлы һәм ҡулай. Яңы сүп-сар сортировкалау линияһы әлегә һынау ғына үттә. Ул сүп-сарҙы тиҙерәк эшкәртергә, күберәк биләмәне, шул иҫәптән, алыҫ һәм үтә алмаҫлыҡ төпкөл участкаларҙы иңләп сығырға ярҙам итә.Был комплекс юҡҡа ғына мобиль тип аталмай. Уны теләгән урынға күсереп йөрөтөргә мөмкин. Белгестәр әйтеүенсә, яңы ҡоролма ярҙамында республиканың иң төпкөл райондарында ла сүп-сар эшкәртергә мөмкин буласаҡ. Ҡоролманың эш принцибы ла ябай. Сүп бер-нисә этап үтә. Көнкүреш ҡалдыҡтары транспортер таҫма аша ҙур барабанға тейәлә. Әйләнеүсе барабан эсенә беркетелгән махсус ырғаҡтар ҡапсыҡ, полиэтиленды ҡырҡҡыслай. Ә тирбәлеү функцияһы сүп-сарға барабан ситтәренә йәбешергә бирмәй.Барабандан сыҡҡан сүп-сар йәнә таҫмаға эләгә. Бында иһә күнкүреш ҡалдыҡтары кеше ярҙамында эшкәртелә. Ошо таҫмаға эләккән сүп-сар араһынан быяла ҡағыҙ, пластик айырым контейнерҙарға оҙатыла һәм ҡабаттан эшкәртелеүгә ебәрелә. Мобиль сортировкалау линияһы йылына 50 мең тонна сүп-сар эшкәртергә һәләтле. Был комплекс ауыр йөк ташыусы трактор һәм еврофура менән күсереп йөрөтөлә. Махсус автохужалыҡ яңы мобиль комплекстарҙы республиканың 14 муниципалитетында урынлаштырасаҡ. Ошо рәүешле төбәк операторы яңы эш урындары ла булдырырға ниәтләй.
Сүп-сарҙы сорттарға айырыусы яңы мобиль линия
Тулыраҡ: Сүп-сарҙы сорттарға айырыусы яңы мобиль линия