Бөтә ил археологтары өсөн оло табыш.

Тулыраҡ: Бөтә ил археологтары өсөн оло табыш.

Һамар өлкәһенең Борский районы Страхово ауылында Григорий Сергеевич Аксаков һәм уның ғаиләһе кәшәнәһе табылған. Башҡаланың Совет урамы элек Губернатор урамы тип аталған. Тап ошонда урынлашҡан йортта Өфө губернияһының беренсе губернаторы Григорий Аксаков йәшәгән. Хәҙер был бинала республиканың һаулыҡ һаҡлау министрлығы.Ҡаршыла ғына Софья аллеяһы. Тап ошо аллея Григорий Сергеевичтың ҡатыны Софья Александровнаның һуҡмағы тип иҫәпләнә, ул замандарҙа бында йүкә, саған ағастарынан тыш, алма, груша, миләш үҫкән. Хәҙер ҙур миләш ағасы Аксаков йорт-музейы баҡсаһын күркәмләй. Ғаилә ағзаларының күп фотопортреттары араһында Григорий менән Софьяның ҡыҙын күрергә мөмкин. Бәләкәй Ольга. Тап ошо ҡыҙға “Детские годы Багровы внука” һәм “Аленький цветочек” әкиәттәре бағышланған. 72 йәшендә мәрхүм булған Ольга Гриогрьевнаның Һамар өлкәһендә табылған ҡәберлегендә, бәлки, уның да һөйәктәре яталыр, тигән фараздар бар.Һамар өлкәһең Борский районы СтрАхово ауылындағы боронғо Никольский ҡорамы эргәһендә археологтар Григорий Сергеевич Аксаков һәм уның ғаиләһенең кәшәнәһен тапҡан. Григорий Аксаков ҡатыны Софья эргәһендә ерләнгән. Кәшәнәлә шулай уҡ улдары Сергейҙың һәм алдан фаразланыуынса ҡыҙҙары Ольганың һөйәктәре табылған. Шунда уҡ бәләкәй саҡтарында уҡ мәрхүм булған 4 балалалы ла ерләнгән. Тикшереүҙәр барышында кәшәнәне бер нисә тапҡыр асып, әйберҙәр урланғаны асыҡланған. Һөйәктәр Мәскәү ҡалаһына антропологтарға экспертизаға ебәреләсәк.2020 йылда Григорий Аксаковтың тыуыуына 200 йыл тула һәм уның ерләнгән урынын табыу айырыуса әһәмиәтле. Тикшереүҙәр үткәндән һуң, кире үҙ ҡәберлегендә ерләнәсәк.