6 мең 513 кеше һауығып сыҡҡан. 773 кеше дауалау үтә, уларҙың 115-е стационарҙа, 682-е амбулатор дауалана. 10 кеше ауыр хәлдә. Пандемия башланғандан алып коронавирустан 27 кеше һәләк булған. Республика етәксеһе Радий Хәбиров билдәләүенсә, сентябрҙең тәүге өс аҙнаһының бик ҡатмарлы булыуы көтөлә. Мәктәптәр, белем биреү учреждениелары асылыу менән коронавирусҡа бәйле хәлдең тағы ла ҡатмарлашыуы ихтимал. Шуға ла республика етәксеһе район һәм ҡалаларҙың хаҡимиәт башлыҡтарын киҙеүҙе иҫкәртеү йәһәтенән мөмкин булғандың барыһын да эшләргә саҡырҙы.
Башҡортостанда Ковид-19 сирен йоҡтороусылар 7 мең 337-гә етте
Тулыраҡ: Башҡортостанда Ковид-19 сирен йоҡтороусылар 7 мең 337-гә етте