Республика президенты Сооронбай Жээнбеков Башҡортостан һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Евгений Кустов менән осрашыуҙа коронавирус менән көрәшкән табиптарға рәхмәтен белдерҙе. Рәсәй белгестәре 4 мең кешене тикшергән, стационарҙан 615 кеше һауығып сыҡҡан. Башҡортостан табиптары 31 дауаханала өс йүнәлеш буйынса эшләгән. Улар Ҡырғыҙстан табиптарын эпидемияға ҡаршы режим ҡағиҙәләрен үтәргә, хәл ҡапыл үҙгәрә ҡалһа илдең һаулыҡ һаҡлау системаһын әҙерләүҙә кәрәкле саралар планын булдырырға әйрәткән.
Башҡортостан табиптарының Ҡырғыҙстанға миссияһы тамамланды
Тулыраҡ: Башҡортостан табиптарының Ҡырғыҙстанға миссияһы тамамланды