Аяҡҡа баҫыу мөмкинлеген биргән ҡоролма

Тулыраҡ: Аяҡҡа баҫыу мөмкинлеген биргән ҡоролма

Экзоскелет тип аталған үҙенсәлекле робот терәк-хәрәкәт аппараты эшмәкәлеге боҙолған кешеләрҙең реабилитацияһы өсөн тәғәйенләнә. Йәмғеһе, республикаға 17 миллион һумға 5 экзоскелет һатып алынған. Уның икәүһе медицина учреждениеларында ҡулланыла, ә ҡалған өсәүһе реабилитация үҙәктәренә йүнәлтелгән. Экзоскелетты ҡулланыу нескәлектәрен Айгөл менән әсәһе енткеләп өйрәнә. Күптән түҙемһеҙләнеп көткән уникаль ҡоролма тураһында бөтә мәғлүмәттәр менән интернет аша танышып өлгөрһә лә, үҙ күҙҙәре менән күреп, уны кейеп ҡарау мөмкинлегенән ҡыҙҙың күҙҙәрендә өмөт сатҡылары уянды. Айгөлгә бер йәштә арҡа мейеһе мускулы атрофияһы диагнозы ҡуйғандар. Уға һәм уның кеүек атлай алмаған башҡа кешеләргә тап ошо экзоскелет аяҡтарына баҫырға ярҙам итә. Айгөлдөң әсәһе Гөлшат – мөмкинлектәре сикләнгән балалар тәрбиәләгән ғаиләләргә ярҙам күрһәтеүсе ойошма етәксеһе булараҡ былтыр төбәк башлығы Радий Хәбиров менән осрашыуҙа ошо медицина ҡорамалдарын республикаға алыуҙы һорап мөрәжәғәт иткәйне. Гөлшат Ибраһимова Дим районындағы медик-социаль реабилитация үҙәге белгестәре менән бергә яңы инновацион ҡоролма менән эшләргә лә өйрәнә. Инструктор тәүҙә экзоскелеттың төҙөлөшө менән таныштыра. Әйткәндәй, уның атамаһы грек теленән “тышҡы һөлдә” тип тәржемә ителә. Ысынлап, та был костюмдың тимер каркастары кеше һөйәктәренә оҡшап уҡ тора.Уҡыуҙың икенсе этабы – үҙенсәлекле робот менән эшләп ҡарау. Бер ваҡытта ла аяҡтарына баҫып ҡарамаған пациенттарға был мөмкинлекте биргән ғәжәйеп робот менән эшләү форсатына табиптар ҙа ҡыуана.Йәмғеһе, республикаға 17 миллион һумға 5 экзоскелет һатып алынған. Уның икәүһе медицина учреждениеларында ҡулланыла, ә ҡалған өсәүһе реабилитацион үҙәктәргә йүнәлтелгән. Яңы ҡоролма ыңғай һөҙөмтәләр биреп, ихтыяж менән ҡулланһа, уларҙың һанын тағы ла арттырыуҙары ихтимал.Пандемия сәбәпле реабилитацион үҙәктәр дистанцион режимда эшләй. Шул уҡ ваҡытта, учреждениелар яңы ҡорамалдар менән йыһазландырыла, белгестәр белемен камиллаштыра. Сентябрҙә иһә яңы көс менән пациенттарҙы ҡабул итеп, ғәҙәти рәүештә эш башлауҙары күҙаллана.