Алдынғыларға бүләккә-автомобилдәр

Тулыраҡ: Алдынғыларға бүләккә-автомобилдәр

Быйыл ураҡ эштәре буйынса алдынғыларҙы бүләкләү өсөн республика 20 “Лада Нива” автомобилен һатып ала. Конкурс биш номинация буйынса үтә. Ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Иң яҡшы комбайнсы, Үҙ йөрөшлө сапҡыстың иң яҡшы операторы, Сөгөлдөр сығарыусы комбайндың иң яҡшы операторы, Йөк автомобиле водителе, Ерҙе туңға һөрөүсе иң яҡшы механизаторға автомобилдәр тапшырыласаҡ.