Беҙ яуаплылыҡты үҙ иңебеҙгә алырға әҙер

Тулыраҡ: Беҙ яуаплылыҡты үҙ иңебеҙгә алырға әҙер

Республика етәксеһе Радий Хәбиров Башҡортостан сода компанияһының устав капиталында республика өлөшөн контроль пакетҡа тиклем арттырып республика ҡарамағына ҡайтарырға тәҡдим итте. Был хаҡта төбәк башлығы хәбәрселәр менән әңгәмәләшкәндә белдерҙе. “Предприятиены ҡотҡарырға кәрәк. Әгәр уның акционерҙары көрсөктән сығыу юлын күрмәй икән, беҙ яуаплылыҡты үҙ өҫтөбөҙгә алырға тейешбеҙ. Предприяиены, күпмелер өлөшөн һатып алып контроль пакетты ҡайтарырға кәрәк. Беҙ урындағы, бындағы эштәрҙе төптән аңлаған етәкселәр булараҡ уның яҙмышын хәл итергә тейешбеҙ. Башҡортостан сода компанияһы килемле предприятие. Контроль пакеттың республика ҡарамағына күсеүе һәм һуңынан предприятие менән һөҙөмтәле идара итеү киләсәктә үҫешкә һәм яңыртыуға йүнәлтеләсәк дивиденттар күләменең күмеүенә килтереүе ихтимал”,- тине Радий Хәбиров. Башҡортостан сода компанияһы республика ҡарамағына күскән осраҡта уның артабанғы үҫеше сеймалдың альтернатив сығанаҡтарына бәйле буласаҡ. Радий Хәбиров әйтеүенсә, уны билдәләр өсөн әлегә ваҡыт бар әле. Шул уҡ ваҡытта, республика етәксеһе сода компанияһы етәкселегенең 2024 йылға тиклем яңы сеймал сығанағы булмаһа предприятие ябыласаҡ, разведка һәм эшкәртеү башлауға ваҡыт аҙ тигән мәғлүмәтенә шикләнеп ҡарай. “Тап бына ошондай мәғлүмәт мине етди ҡарарға этәрҙе лә инде, беҙ хәлде башҡараҡ күрәбеҙ, яуаплылыҡты үҙ өҫтөбөҙгә алырға әҙербеҙ,”-тине Радий Хәбиров.