Инвестиция һабантуйы

Тулыраҡ: Инвестиция һабантуйы

Республика етәксеһе был турала Сибайҙа үткән инвестиция һабантуйында белдерҙе. Пандемия шарттарында уҙғарылыуға ҡарамаҫтан Форумға илдең төрлө төбәктәренән меңдән ашыу ҡатнашыусы йыйылған. Улар араһында бизнесмендәр, билдәле ғалимдар, эксперттар бар.Бөгөн икенсе көн дауам иткән нвестһабантуй үҙәгенә заман талаптарына яуап биргән, йәшәү өсөн уңай ҡалалар темаһы сыға. Был осраҡлы түгел, сөнки Сибай миҫалында бәләкәй ҡалалар ҙа юғары сараларҙы ҡабул итә. Ғөмүмөн Башҡортостан моноҡалалары инвестицион әүҙемлек буйынса илдә иң тәүгеләр рәтендә тигән фекерен еткерҙе федераль эксперттар. Төрлө майҙансыҡтарҙа бәләкәй ҡалаларҙың үҫеш мөмкинлектәре, эске туризм, логистика, бренд, экспорт мәсьәләләре тикшерелә. Бөгөнгө ҡатмарлы иҡтисади һәм сәйәси шарттарҙа Сибайға – Башҡортостандың Урал арты райондары баш ҡалаһы булараҡ үҫешергә бөтә мәмкинлектәр бар тигән фекерҙә Республика хөкүмәтенең беренсе вице-премьеры Андрей Назаров.