Республика етәксеһе Өфөлә төҙөлөш эштәре барышы менән танышты, бер-нисә мәктәптең яңы уҡыу йылын яңы шарттарҙа әҙерлеген тикшерҙе. “Көнсығыш үткәүеле” Өфөнөң Һалле ҡалаһы урамы дауамы булып Комсомолькая урамын да киҫеп үтергә тейеш. “Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” федераль программаһына ярашлы, әле был биләмәне реконструкциялау бара. Өфөнөң инфрструктураһы өсөн айырым бер мәсьәлә – ямғыр һәм һыу ағыу өсөн канализация төҙөүгә лә айырым иғтибар. Туҡталыш павильондары, светофорҙар, яҡтыртҡыстар, тротуар менән газондар. Былар проекттың айырым өлөшө. Шулай уҡ хәҙер дүрт һыҙатлы юлды алты һыҙатлыһы алыштырасаҡ. Башҡортостан башлығына эргә-тирәләге йорттарҙа йәшәүселәр ҙә үҙ мөрәжәғәтен еткерә. Торлаҡ хужалары һәм эшҡыуарҙар араһындағы аңлашылмаусалыҡ сәбәпле “Башҡорт ихаталары” программаһын бойомға ашырыу туҡталып ҡалған. Эш хатта судҡа тиклем барып етә. Был мөрәжәғәтте “Инцидент” системаһы ла теркәгән. Республика етәксеһе мәсьәләне хәл итеүҙе күҙәтеүгә алырға бойора. Ә бына баш ҡаланың Совет майҙаны 2021-се йылға яңырасаҡ. Ул Өфө халҡы ғына түгел,ә ҡунаҡтарҙың яратҡан урынына әйләнергә тейеш. Ял көндәрендә квартал йәйәүлеләр өсөн бирелә. Төҙөлөштә тик урындағы етештереүселәр материалдары ҡулланыла. Башҡортостане тәксеһе Өфөләге мәғариф учреждениеларын да ҡараны. Мәҫәлән, 19-сы мәктәптең ҡыйығын капиталь ремонтлау тамамлана. Бынан тыш, белем усағы уҡыусылар ағымын көйләү мөмкинлеген бирә. Ә бына 21-се мәктәптә белем алған балалар һәм уларҙың педагогтары яҡындағы белем усағына күсәләр. Бина авария хәлендә. Радий хәбиров мәктәпте ике йыл эсендә үҙгәртеп ҡороға ҡушты.
Республика етәксеһе Өфөлә төҙөлөш эштәре барышы менән танышты
Тулыраҡ: Республика етәксеһе Өфөлә төҙөлөш эштәре барышы менән танышты