Пандемия тип ҡарап тормай, һәр ата-әсәнең үҙ балаһына байрам бүләк иткеһе килә. Белем көнө айырыуса беренсе класҡа уҡырға барыусылар өсөн тулҡынландырғыс. Беренсе класҡа әҙерлек иң тәүҙә костюмдан башлана. Был Артемдың тәүге классик кейеме – пиджак, салбар, күлдәк, галстук – һәр береһен кейеп ҡарарға тура килә. Килешле костюмдың еңе лә, балағы ла әҙерәк оҙонораҡ булыуы шарт, ни тиһәң дә бер йылға еткерергә кәрәк.Баланы 1-се класҡа әҙерләү – мөһим ваҡиға, ти Артемдың атаһы Александр Колохов. 3 йәштән 16 йәшкә тиклемге балаларға ике ай дәүләт тарафынан бирелгән аҡса тап балаларҙы кейендереүгә тотонола.Уҡыусы ярты көнөн мәктәптә уҙғара, өҫ кейеме сифатлы һәм уңайлы булыуы зарур. Ата-әсәләр, әлбиттә, тәү сиратта ошо күҙлектән кейем һайлай. Һатыусылар билдәләүенсә, шулай ҙа быйыл мәктәп кейеме алдағы йылдар менән сағыштырмаса күп һатып алынмай. Статистика мәғлүмәттәренә ярашлы, быйыл баланы мәктәпкә әҙерләү өсөн 18-23 мең һум аҡса кәрәк. Костюм 5 мең тирәһе, 3-р пар күлдәктең һәр береһе 500 йөҙ, галстук 400, шулай уҡ ботинка, кроссовка, спорт кейеме, Яҡшы ранец йәиһә рюкзак 4 меңдән ашыу.1-се класс балаһына рюкзак һайлағанда уның күләменә һәм ауырлығына иғтибар итергә кәрәк. Дәүләт стандартына ярашлы, буш рюкзак 1 кг-дан да ауыр булмаҫҡа тейеш. Артҡы өлөшө ошондай ҡаты формала булғанда арҡа һәйәгенә зыян килтермәйәсәк. Шулай уҡ тышҡы ҡиәфәте лә бала өсөн әһәмиәтле.Канцелярия тауарҙарын алдан бер йылға һатып алыу кәңәш ителмәй, сөнки ручка һәм фломастерҙар кибеүе, ә дәфтәрҙәр юғалыуы ихтимал. Сағыштырмаса 12 битлек Ябай тышлы дәфтәрҙәр 8 һум, ә һүрәт төшөрөлгәне – 23 һум. Дөйөм алғанда, канцелярия тауарҙарына 2 мең 500 һум аҡса китә. Уҡыу материалдарының күбеһе электрон төрҙә булыуын иҫәпкә алғанда, ата-әсәгә тағы ла өҫтөмө сығым — уҡыусыға ноутбук һәм телефон да талап ителәсәк.
Башҡортостанда мәктәп баҙарҙары гөрләй.
Тулыраҡ: Башҡортостанда мәктәп баҙарҙары гөрләй.