Ғүмәр ятҡылығының бурташ сығарыу йәһәтенән башҡорт шихандарын алмаштырыу мөмкинлеге бар

Тулыраҡ: Ғүмәр ятҡылығының бурташ сығарыу йәһәтенән башҡорт шихандарын алмаштырыу мөмкинлеге бар

Ишембайҙа үткән түңәрәк өҫтәлдә ошо хаҡта республиканың экология министрлығы вәкилдәре рәсми белдереү яһаны. Картерҙарҙы соҡоу алдынан ҡатлам тоҡомдары тикшеререлергә һәм эҙләнеү эштәре башҡарылырға тейеш. Иртәнге алтынан кискегә тиклем Рафиҡ Сәфиуллин бульдозер менән тау юлын таҙарта. Элек Көҙән ауылында колхоз бар ине, ауыл халҡы шунда эшләй ине, тип хәтерләй ул. Хәҙер кем вахтала, кем ваҡытлы табыш менән көн күрә. Рафиҡ Сәфиуллин иһә яңыраҡ водитель булып урынлашҡан. Предприятие карьерҙарға юл төҙөү менән мәшғүл. 400-гә яҡын кеше йәшәгән Ғүмәр ауылында эзбизташ сығарыу предприятиеһы асылһа эшһеҙлек кимәле кәмер ине, тигән ышаныс бар. Ғүмәр ятҡылығы ауылдан бер нисә километр алыҫлыҡта. Бурташ тоҡомдары буйынса Торатау шиханы ҡатламына ҡарай. Эзбизташ запастарының бында 170 миллион тоннаға етеүе ихтимал. Уларҙы тиҫтә йылдар эшкәртергә мөмкин. Әммә эшкәртеүгә яраҡлы сеймалдың күҙалланғандан аҙыраҡ булыуы ла бар. Түңәрәк өҫтәлдә ҡатнашҡан ҡаҙылмалар файҙаланыу предприятиеһы вәкилдәре фекеренсә, ғүмәр ятҡылығы 30-40 йылға етерлек. Башҡорт сода компанияһы кеүек ҙур сәнәғәт предприятиеһы талаптарын 100 миллион тонна сеймал да ҡәнәғәтләндерә. Урындағы үҙидара власы вәкилдәре һәм халыҡ менән осрашыу һорауҙарға яуап биреү формаһында үтте. Көн тәртибенә ятҡылыҡты үҙләштереү барышында хәүефһеҙлек саралары, карьерҙарға барыу юлын ике ауыл – Көҙән һәм Ғүмәрҙе уратып һалыу кеүек мөһим мәсьәләләр ҡаралды. Әлегә Ғүмәр ятҡылығы участкаһын өйрәнеү эштәре генә күҙаллана. Уларҙан һуң ятҡылыҡты эшкәртеү өсөн техник проект төҙөлөргә тейеш. Төбәк кимәлендә ыңғай хәл ителгән осраҡта ул артабан дәүләт экспертизаһы үтәсәк.