Башҡортостанда ҡышлаусы аҡҡоштар

Тулыраҡ: Башҡортостанда ҡышлаусы аҡҡоштар

Яңыраҡ Кушнаренко районында урынлашҡан бәләгә тарыған ҡырағай йәнлектәрҙе һаҡлау үҙәгенә йәрәхәтләнгән ике аҡҡошто алып килгәндәр. Уларҙың береһен Дүртөйлө, икенсеһен Мәсетле райондарында тапҡандар. Хәҙер, ҡоштар үҙҙәрен яҡшы тоя. Яҙға ҡарай, аҡҡоштар тулыһынса төҙәлгәс, уларҙы тәбиғәткә ебәрергә уйлайҙар.Аҡҡоштарҙы ашатыу өсөн махсус ризыҡ та әҙерләнә. Әлегә егерҙар уларға исем уйлап тапмаған, яҙға ҡарай ҡоштар үҙ исемдәрен табыр, тип ышана.