Коронавирусҡа бәйле хәл ҡатмарлашһа сентябрь урталарынан мәктәптәр кире ябылыуы ихтимал. Был турала оператив кәңәшмәлә әйтелде. Хөкүмәттәге ултырышта Радий Хәбиров Башҡорт сода компанияһына ла бәйле етди белдереү яһаны. Халыҡ теләгенән сыҡҡан Ҡуштау мәсьәләһе яңы бурыстар ҡуя. Башҡорт сода компанияһы акционерҙары менән аңлашыу табылмағас, уны үҙ ҡулыбыҙға алырға кәрәк, тине Радий Хәбиров оператив кәңәшмәлә. Бер юлы юғары килемле предприятие активтарының шәхси ҡулдарға эләгеү яҙмышын да асыҡлау бурысы ҡуйылған. Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығында ойошторолған юристар төркөмө был килешеүҙәр яҙмышын тикшереү менән мәшғүл, тәүге һөҙөмтәләр яҡын арала билдәле буласаҡ, тип вәғәҙәләне ведомство етәксеһе. Билдәле булған мәғлүмәттәрҙән, оператив кәңәшмәнән һуң, Радий Хәбиров ҡарары менән Рәсих Хәмитов Республика Башлығы ярҙамсыһы итеп тәғәйенләнде. Тап ул экологик хәүефһеҙлек һәм тәбиғәт ресурстарын ҡулланыу, шул иҫәптән Башҡорт сода компанияһы өсөн сеймал мәсьәләләрен өйрәнәсәк.
Сентябрҙең тәүге ике аҙнаһы мәғариф тармағы өсөн дә һынау – инкубацион осор үтеп белем усаҡтарында сирләүселәр һаны артһа уҡыуҙар йәнә онлайн форматҡа күсеүе ихтимал. Европала вирустың йәнә көсәйеүен иҫәпкә алғанда хәл тап ошо сценарий буйынса үрелеп китеүе ихтимал. Радий Хәбиров был хәлгә яуаплы ҡарарға һәм уны тыныс ҡабул итергә саҡырҙы.1 сентябрь – уҡыу йылы башы мәғариф тармағы өсөн генә түгел транспорт өлкәһе өсөн дә һынау осоро. Бер аҙна эсендә республикалағы йәмәғәт транспорты паркы тағы ла 100 яңы автобус менән тулылана. Оператив кәңәшмәлә ҡаралған тағы бер тема – көҙгө ураҡ барышы. Мөһим кампанияға аҙна буйы дауам иткән ямғырҙар байтаҡ ҡатмарлыҡтар алып килгән. Шулай ҙа республика баҫыуҙарының өстән бер өлөшө йыйып алынған, гектар ҡеүәте лә яҡшы – 25 центнер тирәһе. Тәүге миллион ярым тонна ырҙын келәттәренә оҙатылған.