Башҡортостанда туристар өсөн кэшбек ғәмәлгә инде

Тулыраҡ: Башҡортостанда туристар өсөн кэшбек ғәмәлгә инде

Республика эске туризмды үҫтереүгә йүнәлтелгән федераль программала ҡатнаша. Өфө ҡалаһында йәшәүсе Гөлназ Мусина яңы уҡыу йылы алдынан бар ғаиләһе менән Башҡортостан санаторийҙарының береһенә барып һаулығын нығытып алырға теләй. Аҡсаларҙың бер өлөшөн кире ҡайтарыу тураһындағы яңылыҡ көтөлмәгән ҡыуаныс булды, ти ханым.Кэшбекты мир картаһы булған һәм ЛОЯЛЛЕК программаһына теркәлгән һәр кем алыу мөмкинлегенә эйә. Бының өсөн махсус акция ваҡытында тур алып өлгөрөргә генә кәрәк.Рәсәй Федерацияһының дүрт төбәге: Алтай, Ҡырым, Краснодар, Ставрополь крайҙарында был программа 1-се октябрҙан ғәмәлгә ашырыла башлай. Илдең ниндәй нөктәһендә ял итеүгә ҡарамаҫтан, августың аҙаҡҡы аҙнаһында 31 –се декабрға тиклем путевка алып ҡалыу шарт.21-се августан 28 авгусҡа тиклем был программа эшләй. Иң мөһиме алынған путевка 25 мең һумдан да кәм булмаҫҡа тейеш....Турҙан башҡа кэшбекты ҡунаҡханала йәшәгән, үҙаллы сәйәхәт иткән ваҡытта ла ҡулланырға мөмкин.Белгестәр әйтеүенсә, бындай алым республиканың туристик инфраструктураһын үҫтерергә ярҙам итәсәк. Әле пилот проекты ғына булып ғәмәлгә ашырыла башлаған программа киләсәктә лә уңышлы эшләп китеүенә ышанабыҙ ,ти белгестәр.