Янғын ни сәбәпле сыҡҡан?

Тулыраҡ: Янғын ни сәбәпле сыҡҡан?

Дәүләкән кирбес заводы цехтарының береһендә янғын сығыу сәбәптәрен тикшереү башланды. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, йөҙләгән янғын һүндереүсегә 14 сәғәт буйына ут менән көрәшергә тура килде. Экология министрлығы экспертизанан һуң ниндәй яуап биргән? Заводтың элекке хеҙмәткәрҙәре цехтың янып китеү сәбәбе нимәлә тип уйлай? Бөтә республикаға билдәле булған Дәүләкән кирбес заводында янғын сәғәт көндөҙгө 4-ҙә сыҡҡан. Шаһиттар билдәләүенсә, заводты ялмап алған ҡара төтөн бер нисә километрҙан күренгән. Заводтың кирбестәр етештереү буйынса төп цехы күҙ асып йомған арала юҡҡа сыға. Әйткәндәй, тап ошо цехта газ ҡоролмаһы урынлаштырылған булған. Алты мең квадрат метрҙы биләгән бинала янғынды һүндереү өсөн ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәренә күп көс түгергә тура килә. Янғын һүндереүгә бөтәһе утыҙ техника һәм йөҙләгән кеше йәлеп ителә. Махсус техниканан тыш, янғын һүндереү поезы ла ебәрелә. Ут таралыуға юл ҡуймау өсөн генә дүрт сәғәт талап ителгән. Завод хеҙмәткәрҙәренең бөтәһен дә тиҙ арала эвакуациялағандар, бәхеткә, зыян күреүселәр юҡ. Беҙҙең ижади төркөм предприятие территорияһына инергә теләк белдерә, әммә уның етәксеһе, күрәһең, был эштең фашланыуынан ҡурҡҡан. Заводтың элекке хеҙмәткәре янғын сығыу буйынса үҙ фекерен еткерҙе. Экология министрлығы экспертиза ваҡытында һауала зарарлы матдә табылманы, тип билдәләй. Әле янғын сығыу сәбәптәре тикшерелә.