Утты үҙенә буйһондороусылар

Тулыраҡ: Утты үҙенә буйһондороусылар

Утты үҙенә буйһондороусылар кеше ғүмерен ҡотҡара, йорттарҙы һәм мөлкәтте янғындан һаҡлай. Әммә бының өсөн улар көн дә үҙ ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуя. Беҙҙең хәбәрсебеҙ Рәлиә Сәхибгәрәева янғын ваҡытында күп йәрәхәттәр алып, үлемдән саҡ ҡалған ут һүндереүсе менән күреште һәм янғын һүндереүсе һөнәренең иң хәүефле, шул уҡ ваҡытта, иң хөрмәтле һөнәр булыуына инанды. 4 май көнөн Рәҡимовтар ғаиләһе тыныс ҡына иҫләй алмай. Әгәр ҙә быға тиклем уларға ныҡ булырға тура килһә, хәҙер инде үткән ваҡиғаларҙы хәтерләп, күҙ йәштәренә ирек бирелә. Филүс Рәҡимов Өфөнөң Дим биҫтәһендәге йорттарҙың береһендә сыҡҡан янғынды һүндереүҙә ҡатнашҡан. Әммә иҙән емерелеп, ул икенсе ҡаттан янған бүлмәгә ҡолап төшкән. Ут ҡамауында ҡалғас, ғүмеремдең һуңғы минуттарылыр инде тип уйлағанда, күҙ алдыма ҡатыным менән ҡыҙым килеп баҫты, ти ул. Бәлки, тап яҡындары тураһындағы уйҙар Филүскә бирешмәҫкә көс биргәндер. Аяғын һындырып, төтөнгә тонсоҡҡан ир ялҡын араһында күреп ҡалған яҡтылыҡҡа табан ынтыла. Ниһайәт, хеҙмәттәштәре уны күреп ҡалып, янған йорттан алып сыға. Ашығыс ярҙам машинаһында тәненең яртыһынан күберәге бешкән икәнен ишеткәс тә, Филүс төшөнкөлөккә бирелмәй. Бындай йәрәхәттәр алған кешеләр бик һирәк иҫән ҡала һәм шул һирәктәр араһында мин дә буласаҡмын, тип уйҙарын яҡшыға йүнәлтә ул.Янғын һүндереүсенең ғүмере өсөн табиптар ике аҙнанан ашыу көрәшкән. Тирене күсереп ултыртыу буйынса 5 операция эшләнгән. Ике ай ярым дауаханала ятып сыҡҡандан һуң да, Филүсте бер-нисә айға һуҙылған реабилитация көтә. 52 проценты бешеп, тағы ла 30 процентын күсереп ултыртҡас, Филүстең тәненең 80 процентында сей яра бар. Улар шәберәк уңалһын өсөн көнөнә дүрт тапҡыр дүрт төрлө мазь һөртөп торалар. Өйҙә, яҡындар эргәһендә, әлбиттә, күңелгә рәхәт, ти Филүс. Тик тиҙерәк аяҡҡа баҫыр өсөн махсус медицина учреждениеларында реабилитация талап ителә.Реабилитация үҙәгенә Филүс Рәҡимов сентябрь айында барасаҡ. Әлегә дауаланыуын өйҙә дауам итә. Бер яҡ ҡулына таяҡ тотҡан, икенсеһе менән ҡыҙын етәкләгән. Өҙөлөп һағынған Рияна атаһының эргәһенән китмәй, ҡулынан килгәнсә ярҙам итә. Филүстең хәлен уның игеҙәге Илдус та йыш белешеп тора. Әйткәндәй, ике ай буйына дауаханала Филүс янында тап ул булған. Ярҙамдан тыш, дәртләндереп, йәшәүгә көс биреп торған ҡустыһы, ул көндәрҙе иҫләп, әле күҙ йәштәрен тыя алмай. Филүс менән Илдус бала саҡтан бергә. Игеҙәктәр хатта бер үк һөнәр һайлаған. Икеһе лә Дим биҫтәһендәге 6-сы янғын һүндереү бүлегендә эшләй. Ағаһы бәләгә тарығас, социаль селтәрҙәрҙә Филүскә ярҙам һорап, мәрхәмәтле кешеләргә мөрәжәғәт итә ул. Аралашыу мәлендә егеттәрҙән рәхмәт һүҙҙәрен йыш яңғыраны: яҡындарына, табиптарға, хеҙмәттәштәренә һәм ярҙам ҡулы һуҙған изге йөрәкле кешеләргә. Был ваҡиға беҙҙе берләштерҙе, тормоштоң һәм һаулыҡтың ҡәҙерен тағы ла нығыраҡ белергә өйрәтте, ти улар. Ут менән көрәшеп сыныҡҡан егет, үҙенең ғүмере өсөн дә көрәшеп, тормош биргән һынауҙарҙы лайыҡлы еңеп сыҡты, тип әйтергә була.Батыр йөрәкле егет донъялағы иң хәүефле һөнәрҙәрҙең береһен һайлағанға бер ҙә үкенмәй. Аяҡҡа баҫҡас та, кешеләрҙең ғүмерен ҡотҡарыуҙы дауам итергә хыяллана Филүс.