Юғары уҡыу йорттарында парта артына бакалавариаттың беренсе курс студенттары, магистрҙар, ә урта белем биреү йорттарында сығарылыш курсы студенттары ғына ултырасаҡ. Сит ил студенттарының уҡыу йылы башланыр алдынан был беренсе осрашып күрешеүе. Уларҙың барыһын да бер һорау: уҡыу программаһының нисек буласағы ҡыҙыҡһындыра. Студенттар пандемия арҡаһында йәйге каникулдарын да Башҡортостанда үткәргән. Ҡаҙағстан, Үзбәкстандан килеп уҡыусылар сиктәр ябылғансы ҡайтып китеп өлгөргән. Пандемия дауам итеү сәбәпле улар хәҙер уҡыуҙы дистанцион башлаясаҡ. Сит илдән килеүселәр ике аҙна обсерваторҙа йәшәйәсәк. Юғары уҡыу йорттарында ла мәктәптәрҙәге кеүек үк „һығылмалы„ дәрестәр теҙмәһе буласаҡ, тәнәфестәр ҙә яңынан төҙөләсәк. Әле иһә уҡытыусылар һәм студенттар өсөн методик тәҡдимдәр төҙөлә. Юғары уҡыу йорттарындағы аудиторияларҙа беренсе курс студенттарын ғына көтәләр. Практик һәм лаборатор эштәрҙә генә осрашһалар ҙа, белем биреүҙең теоретик өлөшө дистанцион үтәсәк. Мотлаҡ рәүештә барыһы ла битлектә булырға тейеш. Студенттар уҡыу йортона үҙәк ишектәрҙән инәләр... ҡулдарын махсус шыйыҡса менән эшкәртеп, температураларын үлсәйҙәр ... сығыу өсөн иһә запас ишектәр ҡаралған. Бакалавариаттың беренсе курс студенттарынан тыш, магистрҙарҙың беренсе курсы ла уҡыу йортонда белем аласаҡ.Өфөнөң технология һәм дизайн колледжының дөйөм ятағына студенттарҙы урынлаштырыу 28 августа башлана. Юғары уҡыу йорттарынан айырмалы рәүештә, урта белем биреү йорттарында беренсе курстар менән бергә сығарылыш курстары ла уҡыясаҡ.360 студент көн иткән дөйөм ятаҡ уҡыу графигын яңынан төҙөүгә сәбәпсе була. Инфекция ныҡлап таралып китмәһен өсөн ҡайһы бер курс студенттарын практикаға ебәрәсәктәр.Дөйөм ятаҡтарҙа ла хәүефһеҙлек сараларын күреү өсөн бар шарттар ҙа булдырылған. Студенттар ағымын кәметеү йәһәтенән запас ишектәр ҙә асылған.
Студенттар быйылғы уҡыу йылын тәүге тапҡыр дистанцион башлаясаҡ.
Тулыраҡ: Студенттар быйылғы уҡыу йылын тәүге тапҡыр дистанцион башлаясаҡ.