Мәктәптәрҙә именлек саралары көсәйтелә.

Тулыраҡ: Мәктәптәрҙә именлек саралары көсәйтелә.

Коронавирус сәбәпле беренсе сентябрҙан мәктәптәрҙә именлек саралары көсәйтелә. Уҡыу йылы башланыу менән ауырыуға бәйле хәлдең ҡатмарлашыуы ихтимал. Шуға ла яңы уҡыу йылы алдынан Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары ла ҡала һәм райондарҙа мәктәптәрҙә санитар талаптарҙы тикшерәсәк. Балалар тәнәфескә махсус график буйынса ғына сығасаҡ. Белем усаҡтарында медицина инспекторҙары санитар талаптар үтәлешен тикшерәсәк. Әле уҡытыусылар Роспотребнадзорҙан һәм мәғариф министрлығынан алынған тәҡдимдәр менән таныша. Саҡ ҡына йүтәлләп, йә иһә тымаулап тороусы баланы ла мәктәпкә индермәйәсәктәр. Балалар баҡсалары эшмәкәрлегендә лә үҙгәрештәр бар. Һәр ҡатҡа антисептик һәм термометрҙар ҡуйыла, иҙәнгә махсус тамғалар йәбештерлә. Балаларҙы һәм ата-әсәләрҙе мотлаҡ тикшереп кенә индерәсәктәр.