Башҡортостанда балаларға гриптан прививкалар яһау башланды.

Тулыраҡ: Башҡортостанда балаларға гриптан прививкалар яһау башланды.

Был маҡсатҡа 160 мең вакцина һатып алынған. Мәғариф учреждениелары, медицина хеҙмәткәрҙәренә, 60 йәштәр өлкәндәргә, студенттар, хәрби хеҙмәткә саҡырыу йәшендәге үҫмерҙәр, бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәренә лә бюджет иҫәбенә прививкалар яһаласаҡ. Республика буйынса Роспотребнадзор идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, йыл һайын төбәктә грипп һәм киҫкен респиратор вирус инфекцияһы менән ауырыуҙың миллионға тиклем осрағы теркәлә. Ғәҙәттә, сентябрҙа сирләү осраҡтары арта башлай. Былтыр 9 аҙна дауамында эпидемия күҙәтелгән. Вакцинация-грипты иҫкәртеүҙең иң һөҙөмтәле ысулы булып иҫәпләнә. Белгестәр фекеренсә, быйыл грипп миҙгеле коронавирус менән ҡатмарлашыуы ихтимал.