Архангель районы Валентиновка ауылында күп балалы ғаиләнең өйө янып киткән. Янғын мәлендә йортта бер кем дә булмаған, әммә 6 балалы ғаилә бер нисә сәғәт эсендә барлыҡ мөлкәтен юғалтҡан. Ошо күренеште ата-әсә балаларға күрһәтергә мәжбүр була. Тыныс ҡына йәшәп ятҡан өй урынында ҡарайып янған бүрәнәләр генә ҡалған. 6 балалы Вәлиевтарҙың йорто кискә ҡарай янып киткән. Ғаилә башлығы эштә, әсәй кеше бәләкәй балалары менән йорт аша ғына туғандарында ҡунаҡта булып ҡала. Янғын хаҡында ситтән шылтыратып әйтәләр. 15 йыл дауамында йыйылған мөлкәтте янғын бер сәғәттә юҡ итә. Быйыл ғына яңыртылған ҡыйыҡ, кейем-һалып, документтар, аҡса, 30-лаған тауыҡ. Йорт алдында бәйле торған көсөктө лә ҡотҡара алманым, ти Гөлзифа.Вәлиевтар әле өләсәйҙәрендә йәшәй. Уйынсыҡтар ят, ҡыҙҙар балалыҡ менән ҡыҙыҡһынып уларҙы барлайҙар. Ғаиләлә 3 малай һәм 3 ҡыҙ үҫә. Аш бүлмәһендә урын тарыраҡ. Өлкәндәре әсәйгә булышырға тырыша. Кескәйҙәре генә әле хәлдең ҡыҙғаныс икәнен аңлап етмәй. Уйынсыҡтар ғына түгел балаларҙың өҫтөндәге кейем дә үҙҙәренеке түгел. Ҡапсыҡтар тулы әйбер. Барыһын да ауыр хәлдә ҡалған ғаиләгә ярҙам булһын тип ауылдаштары килтергән. Бәләкәйҙәргә бар, ә өлкәндәрен әле кейендерергә кәрәк, ти әсәй кеше. Бәләгә тарыған ғаилә тураһында мәғлүмәт район газетаһы һәм социаль селтәрҙәрҙә лә бар. Ауыл хакимиәте һәм ауыл халҡы ауыр тормош шарттарында ҡалған Валиевтар ғаиләһенә аҡсалата ярҙам итеү өсөн ошондай йәшниктәр ҡуйған. Ә башҡа кәрәк яраҡты ауыл хакимиәте аша тапшырырға мөмкин.Ауыл һәм район хакимиәте ваҡиғаны үҙ ҡарамағына алған. Документтарҙы тергеҙеүҙе лә улар тиҙләтергә йыйына. Өй янған төндә үк ауыл советы етәксеһе күп балалы ғаиләгә ваҡытлыса йәшәү өсөн хакимиәт ҡарамағындағы йортто тәҡдим итә. Әммә ғаилә ул йорттан баш тартҡан. Әлегә йәшәү урыны табыу мәсьәләһе асыҡ ҡала. Ауыл ерендә ҡуртымға алырлыҡ та өй юҡ. Ауырлыҡтар балалар мәктәпкә төшкәс, һыуыҡтар төшөү менән башланыр тип хафалана ата-әсә. Ярҙам итергә теләүсе мәрхәмәтле кешеләр Ахангель районының Инйәр ауыл хакимиәтенә мөрәжәғәт итә ала.
Бурҙан ҡала уттан ҡалмай.
Тулыраҡ: Бурҙан ҡала уттан ҡалмай.