Татлы емештәрҙең береһе – виноградты беҙҙең климат шарттарында үҫтереүе еңелдән түгел. Шишмә районында үҙ баҡсаһында ҡышҡылыҡҡа бирешмәүсән сорттарҙы үрсетеүсе 84 йәшлек Раил Сәләхов беҙҙең хәбәрсебеҙ Алһыу Суфиянованы үҙенең емештәре менән таныштырҙы. Баҡсала иһә 100-ҙән ашыу сорт, шуларҙың 25-н ярты быуат дауамында үҙе сығарған.Анелия олатаһы менән өләсәһе баҡсаһында йыш ҡунаҡ. Емештәрҙе иң беренселәрҙән булып тәмләп ҡарап баһалай. Үҙенә оҡшағандарын күптән билдәләп ҡуйған. Әле август айында виноградтарҙың иртә сорттары ғына өлгөргән. Емештәрҙе сентябрҙә йыя башларға мөмкин. Ямғыр яуғас, һауаның дымлылығы юғары, шуға күрә өҫтәмә туҡландырыу талап ителә, ти Раил Сәләхов. 10 сутый ерҙә виноградтың 100 төрө үҫә. Шуларҙың араһында уңышлы һынау үткәне лә бар. Виноград үҫтереүҙә үҙ ҡатмарлыҡтары бар, емеш тәрбиә һәм түҙемлек талап итә. Беҙҙең климат өсөн яраҡлаштырып виноград сортын сығарыу өсөн тиҫтәләп йылдар үтә. Раил Сәләхов өсөн виноград үҫтереү яратҡан шөғөл генә, һөнәре буйынса ул инженер, заманында Үҙәк Азия дәүләттәренең береһенә командировкаларҙа йыш йөрөй, шул ваҡыттарҙа тап ошо татлы һәм һутлы емеш менән ҡыҙыҡһынып, тыуған яҡта ла үҫтереп ҡарарға йөръәт итә. 1974 йылдан алып үҙ баҡсаһында виноград үрсетә. 1980 йылда Башҡортостанда иң ҡаты һыуыҡтар була. 53 градус һалҡында алма, груша, сейә һәм башҡа ағастар һалҡынға түҙмәй, ә ҡапланған виноград шул йылдың көҙөндә мул уңыш бирә. Раил Сәләхов тағы ла дәртләнеп төрлө сорттарҙы һеркәләндереп һынауҙар үткәреүен дауам итә. Виноград ботаҡтарын тамырландырғандан һуң теплицаға ултыртыла. Артабан емештең нисек үҫеүе күҙәтелә.Был виноград беренсе емешләнгән, ә быныһы икенсе йыл. ул ҡыҙыл, йәшел, ҡара булырмы, әле генә әйтеп булмай, сентәбрҙә өлгәрәсәк. Әле сорттарҙың исеме билдәһеҙ.80-де уҙған Сәләховтар өсөн виноград үҫтереү табыш түгел, ошо матурлыҡтан улар илһам һәм көс ала. Виноградты хатта 8 март байрамында өҫтәлгә ултыртабыҙ, ти Нәзифә Сәләхова. Мул уңыш туғандарға таратыла, ә бына виноград тамырҙарын һәр теләүсе килеп емештәрҙе татып ҡарап, Раил Сәләховтың кәңәштәрен ишетеп, үҙенә теләгәнен һайлап ала ала.
Алланып бешә виноград
Тулыраҡ: Алланып бешә виноград