Был скульптура ике туғандаш республика халҡының дуҫлығын, бер-береһенә булған ихтирамын сағылдырған мөһим сара. Шағирҙың исемен мәңгеләштереү буйынса Башҡортостанда бихисап эштәр башҡарыла. Өфөлә Мостай Кәримгә тәүге һәйкәл 2013 йылда уҡ Профсоюздар йорто алдында ҡуйылғайны. Ул йәшәгән йортҡа барельеф та беркетелде. 2006 йылда Социалистик урамы Мостай Кәрим урамы, тип үҙгәртелә, әйткәндәй Мәскәүҙә лә уның исемендәге урам барлыҡҡа килде. Өфөләге 158-се һанлы башҡорт гимназияһы, Милли йәштәр театры, Өфө аэропорты халыҡ шағиры исемен йөрөтә. Респуликалағы барлыҡ театрҙар сәхнәһендә уның әҫәрҙәре буйынса ҡуйылған спектаклдәр бара. 1978-се йылда Свердловск киностудияһы "Айтотолған төндә" нәфис фильмын төшөрә. Күптән түгел "Беҙҙең өйҙөң йәме" әҫәре буйынса режиссер Александр Галибиндың "Сестренка", Айнур Арҫлановтың "Таганок" исемле фильмдары зәңгәр экрандарға сыҡты. Шағирҙың 100 йыллығына Шишмә районы Келәш ауылында музей-усадьба асылды. Мостай Кәримгә булған хөрмәт, ғорурлыҡ тойғолары халыҡ күңелендә йәшәй. Әммә һәйкәлдең иң мөһимен — тормошҡа булған философик ҡарашы, таланты, тыуған еренә, халҡына һөйөү менән һуғарылғанын Мостай Кәрим ғүмере юлында үҙе ҡоя. Ул уның үлмәҫ ижад емештәре.
Ҡазанда Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримгә һәйкәл асыла.
Тулыраҡ: Ҡазанда Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримгә һәйкәл асыла.