Владимир Путин был турала Хөкүмәт ағзалары менән үткән кәңәшмәлә белдерҙе. Ил етәксеһе билдәләүенсә, ни өсөн дәүләттең компания активтарына контролде юғалтыуы бик күп һорауҙар тыуҙыра.
Башҡортостан сода компанияһы эшкәртергә теләгән Ҡуштауҙы яҡлап меңләгән кеше сыҡты. Тропик диңгеҙҙә һуңғы палеозой риф масаларынан 230 миллион йыл элек барлыҡҡа килгән шихандар өсөн тартҡылашта халыҡ һүҙе өҫтөн булып сыҡты. Республика етәксеһе сода компанияһын һәм тауҙы яҡлаусылар араһында компромисс булмай тороп тау эшкәртелмәйәсәк тип белдерҙе