Шихандар сауҙалашыу, шантаж сығанағы булырға тейеш түгел

Тулыраҡ: Шихандар сауҙалашыу, шантаж сығанағы булырға тейеш түгел

“Башҡортостан сода компанияһы” н сеймал менән тәьмин итеү йәһәтенән бик күп ятҡылыҡтар тәҡдим ителгән, әммә уларҙың береһе лә предприятие етәкселегенә оҡшамаған. Был хаҡта “хәйерле иртә, республика” тапшырыуында республика етәксеһе кәңәшсеһе Рәсих Хәмитов белдерҙе. Ул күп йылдар дауамында геология хеҙмәте етәксеһе булып эшләне. Шуға ла мәсьәләнең асылын төптән белә. Башҡортостан етәкселеге предприятие тотороҡло эшләргә тейешлеген һәр саҡ аңланы һәм альтернатив сеймал сығанаҡтары тәҡдим итеп килде. Шихандар сауҙалашыу, шантаж сығанағы булырға тейеш түгел, ти Рәсих Хәмитов.