Башҡортостанда еңел авиацияны үҫтереү мөмкинлектәре ҡарала.

Тулыраҡ: Башҡортостанда еңел авиацияны үҫтереү мөмкинлектәре ҡарала.

Был турала Республика башлығы Кумертау ҡалаһы һәм Көйөргәҙе районына эш сәфәре барышында белдерҙе. Күмертауҙа вертолет заводынан тыш еңел авциация менән шөғөлләнгән тағы бер компания бар. Әммә әлеге ваҡытта ул көрсөк хәлендә, РоторФлай ойошмаһы инвесторы – ҡытай эшҡыуары һәләк булыу сәбәпле предприятиела финанс ҡатмарлыҡтар килеп тыуған. Мәсьәлә ошонда уҡ Еңел авиация һәм парашют спортын үҫтереүгә арналған кәңәшмәлә ҡаралды. Радий Хәбиров Өфө янында булдырыласаҡ индустриаль паркта ойошмаға урын табыласаҡ тип белдерҙе.Социаль объекттар буйынса сәфәр барышында Радий Хәбиров Бөгөлсән урта мәктәбендә ремонт эштәре менән танышты. Бында яҡын тирәләге ауылдарҙан йөҙҙән ашыу бала белем ала. Бында төҙөкләндереү эштәре Радий Хәбировтың үткән эш сәфәренән һуң башланған. Республика Башлығы мәктәпкә көрәш келәме бүләк итергә һәм “Ауыл тренеры” программаһы буйынса белгес йәлеп итергә вәғәҙәләне.