Транспортировкалау ярамаған һәм кисектергеһеҙ ярҙам талап ителгән ауырыуҙарҙы йөрөтөү өсөн әҙерләнгән вертолет махсус ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Башҡортостан санитар авиацияһында яңы ғына хеҙмәт юлын башлаған “Ансат” вертолеты тәүге рейсын башҡара. Яңауылдың үҙәк район дауаханаһынан Өфөгә – 200 километр тирәһе арауыҡты һауа судноһы 55 минутта үтә. 52 йәшлек ҡатын бөйөр сире менән яфалана. Хәле насарайып, кисектергеһеҙ ярҙам талап ителгәс, уның артынан медицина вертолетын ебәрәләр. Тәүҙә ҡурҡҡан инем, әммә борсолоуым бушҡа булған, осошто тыныс кисерҙем, ти пациент. Артабан махсус медицина ярҙамы күрһәтер өсөн ашығыс ярҙам машинаһы ҡатынды Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһына алып китте. Ә санавиация бригадаһы киләһе осошҡа әҙерләнә. Был юлы вертолет Баймаҡҡа йүнәлә. Етлекмәй тыуған баланы ашығыс рәүештә Өфөгә алып килергә кәрәк. Машинала был юлды 15 сәғәт тирәһе үтергә тура килһә, вертолет ярҙамында ваҡыт 5 тапҡырға ҡыҫҡарып, 3 сәғәт тәшкил итәсәк.Эвакуация мәлендә пациенттарҙы табиптар оҙата килә. Әгәр ҙә кәрәк булһа, ашығыс ярҙам күрһәтер өсөн һауа судноһы заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған.Санитар авиация бригадаһында табип, шәфҡәт туташы һәм ике пилот. Улар ҙа Санкт-Петербургта граждандар авиацияһы академияһында махсус әҙерлек үткән. Рәсәйҙә етештерелгән “Ансат” вертолеты медицина хеҙмәттәрен күрһәтеүгә тап килгән иң яҡшы һауа судноһы булып иҫәпләнә. Уны республикаға “Һаулыҡ һаҡлау” милли проект сиктәрендә һатып алғандар. Әле Өфөлә медицина авиатранспорты өсөн өс вертолет майҙансығы бар. Яҡын киләсәктә республиканың башҡа район-ҡалаларында ла махсус осоу-ултырыу майҙансыҡтары төҙөү ҡаралған. Әлбиттә, кеше ғүмере тураһында һүҙ йөрөткәндә иң мөһиме – ваҡыт. Был проект иһә сифатлы ашығыс ярҙам күрһәтеүҙең тиҙлеген арттырыу һәм Башҡортостандың теләһәң ниндәй нөктәһенән пациенттарҙы баш ҡала үҙәктәренә тиҙ арала алып килеү мөмкинлеген бирҙе.
Башҡортостанда санитар авиация паркын яңы “Ансат” вертолеты тулыландырҙы.
Тулыраҡ: Башҡортостанда санитар авиация паркын яңы “Ансат” вертолеты тулыландырҙы.