Митрополит Никонды “Халыҡтар дуҫлығы” Ордены тапшырылды

Тулыраҡ: Митрополит Никонды “Халыҡтар дуҫлығы” Ордены тапшырылды

Радий Хәбиров Митрополит Никонды “Халыҡтар дуҫлығы” Ордены менән бүләкләне. Ошо көндәрҙә Башҡортостан митрополияһына нигеҙ һалыныуға 30 йыл. 1990 йылдың 26 августында дини ойошмаға нигеҙ һалына, ошо көндән алып Никон уның алыштырғыһыҙ етәксеһе. Барлыҡ конфессияларҙы берләштереү һәм дуҫлаштырыуҙы үҙенең төп маҡсаты итеп билдәләй. Радий Хәбиров Өфө һәм Стәрлетамаҡ митрополитын дин өлкәһендәге ҡаҙаныштары өсөн “Халыҡтар дуҫлығы” Ордены менән наградланы. Республика хөкүмәтенең беренсе вице-премьеры Андрей Назаров үҙенең уникаль китаптарын бүләк итте.