Берҙәм кейем

Тулыраҡ: Берҙәм кейем

Быйыл республиканың алты районында башланғыс кластар өсөн берҙәм мәктәп кейеме индерелде. Тегеү цехтарынан мәктәп формалары заказ биреүсе ата-әсәләргә оҙатылды. Яңы форманы һатып алырғамы юҡмы икәнен ата-әсәләр үҙҙәре хәл иткәйне. Мәктәп формаһының хаҡы күпме? Иң мөһиме, уҡыусыларҙың яңы кейемгә ҡарашы нисек? Кирәевтар ғаиләһе яңы уҡыу йылына тулыһынса әҙер. Мәктәп формаһына улар июлдә үк заказ бирә. Уҡыусыларҙың өҫ кейеме матур ғына түгел, ә уңайлы ла, йылы ла булырға тейеш, тип һанай күп балалы әсә. Быйыл мәғариф усаҡтарында яңы проект ғәмәлгә индерелде. Хәҙер теләгән ата-әсәгә балаһына берҙәм мәктәп формаһын һатып алыу мөмкинлеге булдырылған. Яңы проект әле республиканың Әбйәлил, Благовар, Федоровка, Ғафури һәм Яңауыл райондарында беренсе класстан алып бишенсе классҡа тиклем белем алыусы уҡыусыларға ҡағыла. Шулай уҡ үҙ теләге менән был проектҡа ҡушылыусы райондар ҙа юҡ түгел. Мәҫәлән, Әлшәй районы шундайҙарҙан һанала.Берҙәм мәктәп формаһы комплектының хаҡы яҡынса 2 мең 500 һум. Теләк буйынса ата-әсәләр өҫтәп кардиган йә иһә башҡа әйбер һатып ала. Яңы мәктәп формаһын йыл һайын алыштырыу кәрәкмәй, бала үҫкән һайын, уның ҙурлығын көйләргә мөмкин. Кейем-һалымдың сифаты, төҫө, уңайлығы менән ата-әсәләр йәй урталарында ойошторолған күргәҙмәләрҙә таныша алды. Мөхәмәтша Буранғолов исемендәге башҡорт лицейының башланғыс класстарында 413 бала белем ала, әле шуларҙың 250-һе яңы мәктәп формаһында уҡыу йылын башлаясаҡ.Мәктәп формаһына иһә лицей етәкселәре Салауат ҡалаһында урынлашҡан кейем тегеү цехына заказ бирә. Форманың төҫө һәм өлгөһө ата-әсәләрҙең теләктәрен иҫәпкә алып эшләнелә.Тегенселәр сәғәт иртәнге һигеҙҙән бишкә тиклем ҡул эштәре менән була. Мәктәп формаларына заказ күп булғанға күрә, уларға ял ваҡыттарында ла эшкә сығырға тура килә.Кейем-һалым тегеү цехында утыҙ кеше эшләй. Әҙер булған мәктәп формаларын улар райондарға ебәргәндәр. Әле бында бер нисәүһе генә ҡалған. Мәҫәлән, юбка, сарафан һәм жилет. Улар ҙа ошо көндәрҙә үҙ хужаларына оҙатыласаҡ.Күпселек ата-әсәләрҙең берҙәм мәктәп формаһын хуплап һатып алыуҙары проекттың уңышлы башланыуын иҫбатлай. Киләсәктә яңы формаға ихтыяж артҡан осраҡта, был проектты республиканың башҡа мәктәптәрендә лә тормошҡа ашырыу күҙаллана.