Татарстандың баш ҡалаһында Мостай Кәримгә һәйкәл асылды. Монументаль ҡоролма ике туғандаш халыҡ – башҡорт менән татар милләтенең дуҫлығына йәнә бер билдә. Тантаналарҙа Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров һәм Татарстан Президенты Рөстәм Миннеханов ҡатнашты. Радий Хәбиров Ҡабан күле ярын ҡараны. Шулай уҡ, беҙҙең ихата проекты үтәлеше менән танышты. Ҡазан. Татарстандың баш ҡалаһының үҙәк өлөшө – Ырымбур тракты менән Дәүри урамы киҫелеше. Хәҙер был урынды Башҡортостан менән Татарстан әҙәбиәтселәренең яратҡан скверы тип атарға ла мөмкин. Тап ошонда Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримгә арналған һәйкәл асылды. Ҡазанды Туҡайһыҙ, Башҡортостанды Мостайһыҙ күҙ алдына килтереүе ҡыйын. Был һәйкәл әҙәби дуҫлыҡ ҡына түгел, ә ике халыҡтың яҙмышының да, һүҙенең дә, хатта шағирҙарының да уртаҡ булыуына миҫал. Өфөлә, Мостай Кәримгә ҡуйылған композицион комплекста шағир аяғында баҫып торһа, Ҡазандағы һәйкәлдә уның Урал тауҙары итәгендә ултырғаны һынландырылған. Ике һәйкәлдең дә скульпторы — Рәсәйҙең халыҡ рәссамы Андрей Ковальчук. Әйткәндәй, ул Ҡазанда Башҡортостандың иң юғары наградаларының береһе – “Халыҡтар дуҫлығы” ордены менән дә бүләкләнде. Һәйкәлгә сығымдар тураһында һүҙ урынһыҙ. Төрки генә түгел, ә донъя әҙәбиәтендә “башҡорт шағиры” тигән исемен әйтә алған ҡәләм оҫтаһына ҡуйылған 45 миллион һумлыҡ һәйкәл рухи мираҫҡа баһа була алмай. Мостай һүҙе менән Мостай фекере ул миллиондарса кешенең йөрәгендә урын алған. Ә йөрәк менән күңел хисенең сафлығы бөгөнгө йәмғиәттең нигеҙе. Башҡорт шағиры, драматургы, яҙыусы Мостай Кәрим Татарстанға ла ихтирам һәм һөйөү менән ҡараны. Ҡазан менән Чистай, Алабуға менән Әлмәт, Түбәнге Кама, Аҡтаныш, Мамадыш яҡтары ла башҡорт шиғирына булған һөйөүөн йәшермәне. Ҡазанда Мостай Кәримгә арналған һәйкәлде асыу Татарстан Республикаһы ойошторолоуға йөҙ йыл тулыуға арналған сараларҙың береһе. Юбилей тантаналары сиктәрендә Татарстан Президенты Рөстәм Миннеханов Башҡорстостан башлығы Радий Хәбировҡа юбилей миҙалы тапшырҙы.
Башҡорт яҙыусыһына һәйкәл Ҡазанды биҙәйәсәк
Тулыраҡ: Башҡорт яҙыусыһына һәйкәл Ҡазанды биҙәйәсәк