Рәсәй киноһы көнө

Тулыраҡ: Рәсәй киноһы көнө

Кинорежиссер Айнур Асҡаров «Өфөнән һөйөү менән-2» фильмын төшөрә башлай. Был юлы фильм ғаилә мөнәсәбәттәренә, ғаилә ҡиммәттәренә ҡоролған. Беҙҙең кино актерҙарын хәҙер Башҡортостандың 100 йөҙө проекты аша теләһә-ҡайһы режиссер, донъяның теләһә –ҡайһы нөктәһенән табасаҡ. Билдәле кинорежисер Айнур Асҡаров был проекты аша актерҙар базаһын булдырған. Дәүләт Грантына башҡарылған базала актер хаҡында мәғлүмәт кенә түгел, уның оҫталығын да баһаларға мөмкин. Кинорежиссер көҙгө тәбиғәттө «Өфөнән һөйөү менән-2» комедияһын төшөрә башлаясаҡ.Айҙар Аҡманов сценарий авторы, актерҙар составы ла әҙер.Беренсеһенә бөтөнләй оҡшамаған, актерҙар ҙа башҡа, сюжет та тәрәнерәк мәғәнәле, тей Айнур Асҡаров. Ваҡытлыса исемен Йыл ғаиләһе тип атағандар. Пандемия ижад кешеләренә бик кире йоғанто яһай тигән фекерҙә кино белгестәре. Ниндәйҙер тормошсан картина тыуҙырыу өсөн тулы тормошта йәшәү шарт, тигән фекергә килгән улар.Айнур Асҡаровтың «Өс таған» фильмы пандемия сәбәпле прокатҡа сыға алмай ҡалды.Әлеге мәлдә фильмды төрлө фестивальдәргә, хатта сит илдәргә саҡыралар. Башҡортостан киностудияһының киләсәккә пландары ҙур.тулы метражлы бер нисә фильм төшөрөү күҙалланған. Улар араһында йәнһүрәт тә бар. Билдәле Муха студияһында Төнъяҡ амурҙары йәнһүрәте персонаждарына йән индергән дә тиергә була. Эш әүҙем бара,пандемияға ҡарамаҫтан ҡыҫҡа сроктарҙа йәнһүрәт әҙер булыр тип вәғҙәләй ижадсылар. Рәсәй киноһы көнө уңайынан Башҡортостанда кино төнө уҙғарыла. Киностудия тамашасыларға 5 майҙансыҡ тәҡдим итә. киске 8-ҙән Учалы ҡалаһында, Федоровка район үҙәгендә, Өфөнөң Солнежный пляжында һәм Ғафури паркында автокинотеатр эәшләйәсәк. Рәсәй киноһө төнөндә асыҡ һауала кино ҡарау майҙансыҡы итеп Ватан амфитеатры ла билдәләнгән. быйылғы кино төнөнөң үҙенсәлеге ҡарарға килеүселәр битлектә булырға тейеш. социаль дистанция хаҡында ла онотмайбыҙ.