Пежо микроавтобусы һәм унынсы маркалы ВАЗ машинаһы бәрелешкән. Пассажир автобусының 255-се маршрутты хеҙмәтләндергәне билдәле. Ваҡиға урынына ашығыс ярҙам бригадаһы ла саҡырылған. Бөгөн иртән дә Өфөлә еңел дүрт автомобиль һәм бензовоз ҡатнашлығында юл-транспорт фажиғәһе теркәлде. Ғәҙәттәгесә, авария ҙур тығынға сәбәпсе булды. Һәләк булыусылар һәм йәрәхәтләнеүселәр тураһында хәбәр ителмәй. Юл инспекторҙары тайғаҡ юлда дистанция һаҡларға, тиҙлекте арттырмаҫҡа кәңәш итә.
Бер нисә сәғәт элек Өфөнөң Пушкин урамында авария теркәлде
Тулыраҡ: Бер нисә сәғәт элек Өфөнөң Пушкин урамында авария теркәлде