Өфөлә урамдарҙы ҡарҙан таҙартыу график буйынса алып барыла

Тулыраҡ: Өфөлә урамдарҙы ҡарҙан таҙартыу график буйынса алып барыла

Юлдарҙа һәм трассаларҙа барлығы 300-гән техника эшләй, ә ихаталарҙы таҙартыуға 130-ҙан ашыу трактор йәлеп ителгән. Бынан тыш, 800-гә яҡын урам һепереүсе был эштә ярҙам күрһәтә. Урамдар таҙалығын беҙҙең хәбәрселәр тикшерҙе.

Һәр бер йорттоң үҙ урам һепереүсеһе бар. Улар ихата тирәһендә тәртип урынлаштыра. Рүзилә Нурисламова ла 20 йылға яҡын яратҡан эшенә тоғро ҡала.

Әлегә Өфөлә күпләп ҡар яуғаны юҡ, шулай ҙа төндәрен бер аҙ төшкөләп ала. Иртән эшкә йыйынған кешеләргә уңайлы булһын өсөн, торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр таң менән эшкә тотона.

Совет районында 800-ҙән ашыу ихата иҫәпләнә. Уларҙы ҡарҙан таҙартыу тураһында график ҡала хакимиәте сайтында баҫылған. Шулай уҡ, йорт ишектәре янында иғландар эленә.

Әммә, барлыҡ райондарҙа ла хәл яҡшыларҙан түгел. Светлана Горбунова билдәләүенсә, Беренсе май урамында ихаталарҙы ентекләп таҙартмайҙар. Беҙ Орджоникидзе районы урамдары буйлап үттек, тик бөтә ерҙә лә ҡар таҙартылғайны. Ә йорт ҡыйыҡтарынан ысынлап та боҙбармаҡтар эленеп тора. Бынан тыш, ихаталарҙа ҡом һипмәгән урындар бар.