Рәсәйҙең Төркиәләге илсеһе Мәскәү менән Анкара араһындағы көрсөктө үтеү өсөн өс шартты атаны. Беренсенән-Төркиә СУ-24 самолетын бәреп төшөргән өсөн ғәфү үтенергә тейеш. Икенсенән Анкара ғәйеплеләрҙе язаға тарттырырға һәм өсөнсөнән-күрелгән зыянды ҡапларға тейеш.
Косово оппозицияһы күҙҙән йәш сығарыусы газ һибеп парламент ултырышын туҡтатты. Шулай итеп, һуңғы ике айҙа депутаттар алтынсы тапҡыр эшен туҡтатырға мәжбүр.
Бөйөк Британияның фармацевтика компанияһы Австралияла Нурофендың ҡайһы бер төрҙәрен һатмаясаҡ. Был компания бер үк дарыуҙы төрлө ҡаптарға һалып халыҡты алдаған. Әлбиттә, был осраҡта дарыуға хаҡтар ҙа төрлөсә булған.
Ахмаҡлыҡтың юҡтыр сиктәре. Торонтола ете бала атаһы 6 йәшлек ҡыҙ булыр өсөн ғаиләһенән киткән. 46 йәшлек ир енесен алмаштырып әле икенсе ғаиләлә 6 йәшлек ҡыҙ булып йәшәй. Ҡурсаҡтар менән уйнай, сәсен үрә. Ғөмүмән, ата-әсәһе лә уны тап 6 йәшлек бала итеп ҡабул итә икән.