Республиканың сәнғәт һәм мәҙәниәт доньяһы билдәле йырсының исемен мәңгеләштереү башланғысы менән сыҡты. Әле Өфөлә йырсының исемен бер урам йөрөтә. Шулай уҡ, башҡорт һәм татар йырҙарын башҡарыусыларҙың "Дуҫлыҡ моңо" фестивале лә уның исеме менән атала. Ә кисә иһә башҡалала Фәриҙә Ҡудашева оҙаҡ йылдар йәшәгән йортта мемориал таҡтаташ асылды.
Ошо сихри тауышлы, ҡабатланмаҫ, үҙенә генә хас башҡарыу оҫталығына эйә мәшһүр йырсы Фәриҙә Ҡудашева милли сәнғәтебеҙҙә юйылмаҫлыҡ эҙ ҡалдырҙы. Уның 3 меңгә яҡын башҡорт татар йырҙарын белеүе билдәле. Махсус белеме булмаһа ла, илаһи тауышы менән Фәриҙә Йәһүт ҡыҙы халыҡ күңелен яулай һәм ғүмере аҙағынаса сәнғәткә тоғро хеҙмәт ҡала.
Талантлы сәнғәт әһеле Фәриҙә Ҡудашева йәшәгән йортта мемориал таҡтаташ асылды. Тантанаға йырсының ейәнсәре Славяна Мәскәүҙән ҡайтып еткән.
Яҡташтары, сәхнәләш дуҫтары, йәмәғәт эшмәкәрҙәре Фәриҙә Йәһүт ҡыҙын иҫкә алырға килгән. Уны ябай, шул уҡ ваҡытта талапсан, ғүмерен сәнғәткә бағышлаған оло шәхес булараҡ иҫләй.
Фәриҙә Ҡудашева башҡорт эстрада сәнғәте үҫешенә ҙур йоғонто яһаны. Башҡорт дәүләт филармонияһында 70 йылдан ашыу хеҙмәт иткән берҙән-бер йырсы ул. Үҙе китһә лә, уның йырҙары бөгөн дә халыҡ күңелендә йәшәй.
Өфө, Октябрь революцияһы урамы, 9-сы йорт. Мәшһүр йырсы Фәриҙә Ҡудашева тап ошо йортта ярты быуаттан ашыу йәшәгән. Был стеналар һаман да уның моңон, күңел йылыһын һаҡлай кеүек. Асылған таҡтаташ уның исемен мәңгеләштереп кенә ҡалмай, киләсәк быуынды тәрбиәләү йәһәтенән дә ҙур роль уйнайасаҡ.