Башҡортостанда кинотеатрҙар, сауналар һәм мунсалар асыла

Тулыраҡ: Башҡортостанда кинотеатрҙар, сауналар һәм мунсалар асыла

Бөгөндән Өфөлә пассажирҙар ағымы ҡырҡа артыр, тип көтөлә. Шуға ла башҡала урамдарына 50 яңы автобус рейсҡа сыҡты. Был хаҡта республика етәксеһе Радий Хәбиров Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә белдерҙе.Башҡортостан КОВИД 19 вирусына бәйле сикләүҙәрҙең икенсе өлөшөн алыуға әҙер. Бындай шарттар республикала ауырыуҙң таралыуы кәмеүен иҫәпкә алып эшләнелә. Республика башлығы Радий хәбиров әйтеүенсә, коронавирус яйлап булһа ла, артҡа сигенә. Тик ҡыуанырға ирәтрәк. Башҡортостан күләмле саралар үткәреүҙән әлегә, ваҡытлыса баш тартырға мәжбүр. Башҡоростан хөкүмәтендәге кәңәшмәлә ҡаралған мәсьәләләр донъяны ялмап алған пандемияға ғына бәйле түгел ине. Тағы ла бер хәүефле хәл. Ул Башҡортостандағы авариялар. Йыл башынан республика юл-транспорт ваҡиғаларында 280 кешеһен юғалтҡан. Был ҡот осҡос хәл, тип иҫәпләй Радий Фәрит улы. Тап шуға ла, килеп тыуған хәлдән сығыу өсөн ашығыс саралар күрергә кәрәк. Бөгөнгө иң актуаль мәсьәләләр исемлегендә өсөнсө урында ауыл хужалығы. Республикала әле ураҡтың иң ҡыҙыу мәле. Ике миллион 200 мең тонна иген көтөлгән уңыштың яртыһы. Алда торған йылы һәм ямғырһыҙ көндәр аграрийҙарға ышанысты арттыра. Башҡортостан мәктәптәре өсөн быйылғы уҡыу йылы яңы һынау менән асыла. Һәр белем усағында дезинфекция саралары, термометр менән антисептиктар, битлектәр, һауаны зарарһыҙландырыу ҡоролмалары. Республикала мең өс йөҙ самаһы мәктәптә ярты миллионға яҡын баланың белем алыуын, 40 меңгә яҡын педагогтың эшләүен иҫәпкә алғанда, был һаҡлыҡ саралары үтә мөһим. Тағы ла шуныһы, беренсе сентяьрҙә мәктәптәрҙә беренсе һәм туғыҙынсы, ун беернсе синыф уҡыусыларын ғына көтәләр. Мәктәп автобустары ла бөгөн иғтибарҙа ҡала. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров республиканың төрлө министрлыҡ һәм ведомстволары башлыҡтарын, район хакимиәттәре етәкселәрен “Милли кейем көнөндә” әүҙем ҡатнашырға саҡыра. Был турала ул бөгөн Хөкүмәттәге оператив кәңәшмә барышында әйтте. Рәсәй кимәлендә танылыу яулаған сара сентяьрҙең ун беренә тәғәйенләнде. Төбәктә ҙур популярлыҡ яулаған был сара сентябрҙең икенсе йомаһында он-лайн формата буласаҡ. Вице-премьер Фәнүр Йәғәфәров әйтеүенсә, сараны уҙғарыу милли үҙаңды үҫтереүгә генә ҡайтып ҡалырға тейеш түгел. Шулай уҡ, сәнәғәт, тәү сиратта, кейем тегеүселәрҙе борсоған мәсьәләлрҙе асыҡлау, Башҡортостанға бәйле сувенирҙар эшләүҙе яйға һалыу. Дүшәмбе кәңәшмәһендә ҡаралған йәнә лә бер мәсьәлә торлаҡ-коммуанль хужалыҡ хеҙмәттәре өсөн айлыҡ түләүҙәргә компенсациялар бүлеү. Тик бындай льгота менән ҡулланған граждандар араһынан 92 мең кеше хәҙер ошондай мөмкинлектән мәхрүм буласаҡ. Дәүләттең аҡалата ярҙамы комумналь хеҙмәтәтре өсөн бурысы булмағандарға ғына бирелә.