Берҙәм мәктәп формаһы

Тулыраҡ: Берҙәм мәктәп формаһы

Быйыл республиканың алты районында башланғыс кластар өсөн берҙәм мәктәп кейеме индерелде. Тегеү цехтарынан мәктәп формалары заказ биреүсе ата-әсәләргә оҙатылды. Яңы проект әле республиканың Әбйәлил, Благовар, Федоровка, Ғафури һәм Яңауыл райондарында беренсе класстан алып бишенсе классҡа тиклем белем алыусы уҡыусыларға ҡағыла. Шулай уҡ үҙ теләге менән был проектҡа ҡушылыусы райондар ҙа юҡ түгел. Мәҫәлән, Әлшәй районы шундайҙарҙан һанала. Күпселек ата-әсәләрҙең берҙәм мәктәп формаһын хуплап һатып алыуҙары проекттың уңышлы башланыуын раҫлай. Киләсәктә яңы формаға ихтыяж артҡан осраҡта, был проектты республиканың башҡа мәктәптәрендә лә тормошҡа ашырыу күҙаллана.