Башланғыс класс уҡыусылары бушлай тәъмин ителәсәк

Тулыраҡ: Башланғыс класс уҡыусылары бушлай тәъмин ителәсәк

Мейестә бешкән йылы аш менән башланғыс класс уҡыусылары бушлай тәъмин ителәсәк. Башҡортостан Рәсәй төбәктәре араһынан беренселәрҙән булып ошо туҡланыу системаһына күсә. Мәктәп ашханалары тулы ҡеүәттә яңы уҡыу йылына әҙерләнә. Ә Өфө уҡыусыларын Балалар һәм диетик туҡланыу үҙәге йылы аш менән һыйлаясаҡ. 136-сы лицей яңы уҡыу йылына ашхананы яңыртҡан. Яңы ҡорамалдар – мейестәр, аш йылытҡыстар һатып алынған, хатта айырым кафе ойошторолған, бында теләгән һәр бала үҙенә аҙыҡты һайлап аласаҡ.Яңы кафе 136-сы лицейҙа пилот проекты. Әгәр уҡыусылар ыңғай ҡабул итһә, Өфөнөң тағы ла 20 мәктәбендә ошондай кафелар асыу ҡарала. Лицей ашханаһы балалар һәм диетик туҡланыу үҙәге менән мәктәп бюджетына йыһазландырылған. 1 сентябрҙән республиканың 225 меңгә яҡын башланғыс класс уҡыусыһы, ғаиләнең килеме күпме булыуға ҡарамаҫтан, бушлай төшкө аш менән тәьмин ителәсәк. Бының өсөн ниндәй ҙә булһа белешмәләр туплау кәрәкмәй. Мәктәп ашханалары бәләкәстәрҙе бушлай төшкө аш менән тәьмин итеүгә әҙер. Ошо маҡсатта Рәсәй Федерацияһы бюджетынан 778 миллион һум аҡса бүленде. Был суммаға республика тағы 106 миллион һум өҫтәй. мәктәптәре һәм балалар баҡсаһына аҙыҡты Балалар һәм диетик туҡланыу үҙәге әҙерләй. Ойошма аҙыҡты бөтә балалар баҡсаһы һәм мәктәптәр өсөн берҙәм стандартҡа ярашлы бешерә. Меню иһә республика мәғариф һәм фән министрлығы тарафынан төҙәлә.Был төшкө аш балалар баҡсаһы өсөн тәғәйен. Бында кәбеҫтә салаты, аш, ит менән гарнир, компот – барыһы ла республикала етештерелгән аҙыҡ. Ошондай уҡ комплекслы аҙыҡ мәктәп балалары өсөн дә әҙерләнә, тик күләме һәм калорияһы күберәк.Шулай уҡ туҡланыу үҙәге мәктәп ашханаларын матур һауыт-һаба һәм дизенфекция сараларын менән дә тәъмин итәсәк.Балалар һәм диетик туҡланыу үҙәгендә мәктәп ашнаҡсылары өсөн уҡыу йылы алдынан балалар туҡланыуы тураһында лекция ойошторола.Ә аҙыҡ сифатын яңы ведомство – социаль туҡланыу идаралығы контролдә тотасаҡ.Республикала яңы туҡланыу системаһына бөтә мәктәптәр ҙә күсте. Шулай уҡ санитар-эпидимиология талаптары нормаларына ярашлы, бөтә шарттар ҙа булдырылған. Ашнаҡсылар “сәләмәтлек көндәлеген” дә алып барасаҡ. Уҡыусыларҙы ваҡытында ашатып өлгөрөргә һәм балалар бер урында күмәк йыйылмаһын өсөн махсус дәрестәр теҙмәһе лә билдәләнәсәк.