Бының өсөн Өфөлә өс майҙансыҡ һайланған. Быйыл короновирус булыу сәбәпле, “Кино төнө” акцияһында бер нисә үҙгәрештәр ҙә булды. Әйткәндәй, бөгөндән Өфө кинотеатрҙары үҙ ишектәрен аса. Ағиҙел ярында ойошторолған “Кино төнө” акцияһы “Иван Царевич и Серый Волк” аннимация фильмынан башланып китте. Был ижади емеш бәләкәстәр генә түгел, ә ололарҙың да иғтибарын йәлеп итә. Шуға ла Рәсәй киноһы көнө уңайынан республикала ниндәй фильм күрһәтелеүенә тауыш биреүҙә был йәнһүрәт бер ниндәй һорауһыҙ һайланып алынған. Әйткәндәй, пандемия булыу сәбәпле, популяр Рәсәй фильмдары өсөн тауыш биреү ҡағиҙәләрендә быйыл үҙгәрештәр килеп сыҡты. “Кино төнө” акциһы йыл һайын август айының һуңғы шәмбеһе уҙғарыла. Теләгән фильмды ҡарау өсөн Өфөлә бөтәһе өс майҙансыҡ –Ағиҙел яры, “Ҡояшлы” пляжында һәм Мәжит Ғафури исемендә урынлашҡан автокинотеатрҙар һайланған. “Башҡортостан” киностудияһы етәксеһе һүҙҙәренсә, башҡорт тарихын яңғыратҡан ижади емештәргә өҫтөнлөк ҙур. Киләһе йылдарҙа яңы фильмдар үҙ тамашасыларын ҡыуандырасаҡ. Ағиҙел ярында “Кино төнө” сәғәт киске ун бергә тиклем дауам итте. Был акцияға халыҡ берҙәм ҡушылды. Мәҫәлән, автокинотеатрҙарҙың береһендә генә утыҙлаған машина йыйылған.“Кино төнө” акцияһы быйыл бишенсе тапҡыр уҙғарыла. Халыҡ ҙур экрандарҙан күрһәтелгән фильмдарҙы һағынған, тип әйтергә мөмкин. быны кешеләрҙең күпләп йыйылыуы ла иҫбатлай. Тимәк кино булды, бар һәм әлбитттә буласаҡ.
Республика “Кино төнө” Бөтә Рәсәй акцияһына ҡушылды
Тулыраҡ: Республика “Кино төнө” Бөтә Рәсәй акцияһына ҡушылды