Рәсәй Генераль прокуратураһы талабы буйынса Башҡортостандың Арбитраж суды “Башҡортостан сода компанияһы” акцияларына арест һалды. “Реестр” акционерҙар йәмғиәтенә компания акционерҙары исемлегенә үҙгәрештәр индереү тыйылды, тиелә суд хәбәрендә. Быға тиклем Республика етәксеһе Радий Хәбиров Рәсәй Генераль прокуратураһының Башҡортостан сода компанияһын дәүләт ҡарамағына ҡайтарыу буйынса Арбитраж судҡа дәғүә биреүен раҫлағайны. Радий Хәбиров билдәләүенсә, акциялар мотлаҡ республика ҡарамағына ҡайтырға тейеш. Дәүләттең компания активтарына контролде юғалтыуы сәбәпле Республика иҡтисады ҙур зыян күргән. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, ил президенты Владимир Путин “Башҡортостан сода компанияһы” эшмәкәрлеген ентекләп тикшерергә ҡушҡайны. Генераль прокуратура тикшереүенән һуң, предприятиела хосусилаштырыу тураһындағы ҡануниәттең тупаҫ боҙолоуы асыҡланды.
“Башҡортостан сода компанияһы” акцияларына арест һалынды
Тулыраҡ: “Башҡортостан сода компанияһы” акцияларына арест һалынды