Яңы уҡыу йылын яңы мәктәптә.

Тулыраҡ: Яңы уҡыу йылын яңы мәктәптә.

Беренсе сентябрь көнө Чесноковка ауылында “Спутник” белем биреү үҙәге үҙ ишектәрен асты. Тантаналы линейка 1-се, 9-сы һәм 11-се класс уҡыусылары өсөн генә үтте. Республика башлығы Радий Хәбиров мәктәп менән танышты, үҙ теләктәрен еткерҙе. Быйыл мәғариф учреждениеһында үҙгәрештәр күпме? Уҡыу барышында ниндәй ҡағиҙәләрҙе иҫтә тотоу мотлаҡ? Бәләкәстәр өсөн быйыл икеләтә байрам. Беренсе классҡа аяҡ баҫыуҙан тыш, улар матур, иркен, яңы мәктәптә белем аласаҡ. Өфө районы Чесноковка ауылындағы мәктәпкә 2019-сы йылдың апрелендә нигеҙ һалына башлағайны. Быйыл, ниһайәт, белем усағы үҙ ишектәрен асты. Мәктәп уҡыусыларын һәм уҡытыусыларын ҡотлау өсөн республика башлығы Радий Хәбиров килде.Чесноковка ауылында мәктәп бар, әммә ул ни бары 200 урынлыҡ ҡына. Ә яңы мәктәп 540 уҡыусыға иҫәпләнгән. Радий Хәбиров уҡытыусылар менән берлектә “Спутник” белем биреү үҙәгенең бүлмәләрен ҡараны, үҙенең теләктәрен еткерҙе.Был учреждениены төҙөү өсөн бөтәһе 456 миллион һум аҡса бүленгән. “Спутник” белем биреү үҙәгенә быйыл 128 бала беренсе класҡа килде. Улар 4 төркөмгә бүленгән.

Республикала 1 сентябрҙән шулай уҡ балалар баҡсалары ғәҙәти тәртиптә эшләй башлай. Ошо уңайҙан, яңы уҡыу йылында “Спутник” белем биреү үҙәге генә түгел, ә шул уҡ урында төҙөлгән балалар баҡсаһы ла үҙ ишектәрен асты. Балалар баҡсаһында 160 сабый тәрбиәләнә. Бында һигеҙ төркөм эшләйәсәк. Мәктәп менән балалар баҡсаһының йәнәш тороуы ата-әсәләр өсөн генә түгел, урындағы хеҙмәткәрҙәр өсөн дә күпкә уңайлы. Мәҫәлән, балалар баҡсаһында тәрбиәләнеүселәр һәм мәктәп уҡыусылары өсөн бер үк аш-һыу бүлмәһе бар.Мәктәптең аш-һыу бүлмәһендә бер өҫтәлдә 6 кеше ултыра ала. Күреүегеҙсә, улар матур, сағыу төҫтәргә буялған. Әйткәндәй, мәктәп уҡыусыларынан тыш бында балалар баҡсаһына йөрөгән сабыйҙар өсөн дә аш-һыу әҙерләнәсәк.Әйткәндәй, Башҡортостанда яңы уҡыу йылынан бөтә мәктәптәрҙә лә берҙәм меню индерелә. Республикала мәктәп уҡыусыларын ашатыу өсөн 200 миллион һум аҡса бүленгән. Был аҡсаға аш-һыу бүлмәләре төҙөкләндерелә, яңы ҡорамалдар һатып алына. Берҙәм менюнан тыш, хәҙер берҙәм мәктәп формалары ла модаға инде. Быйыл республиканың алты районында башланғыс кластар өсөн берҙәм мәктәп кейеме индерелде. Яңы проект әле республиканың Әбйәлил, Благовар, Федоровка, Ғафури, Әлшәй һәм Яңауыл муниципалитеттарының беренсе класстан алып бишенсе класста белем алыусы уҡыусыларға ҡағыла. Берҙәм мәктәп формаһы комплектының хаҡы яҡынса 2 мең 500 һум. Башҡортостанда быйыл уҡыу йылы, ысынлап та, үҙенсәлекле шарттарҙа башланыуы менән айырыла. Мәҫәлән, короновирус сәбәпле, белем көнөндә республика мәктәптәрендә медицина инспекторҙары эшләне. Башҡортостанда 500 меңгә яҡын уҡыусы, шул иҫәптән 55 мең бала уҡыу йылын башланы. Ошо уңайҙан республика башлығы Радий Хәбиров та хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен иҫкәртеп, уҡыусыларға һәм ата-әсәләргә мөрәжәғәт итте.Өҫтәүенә, һәр ваҡыт бүлмәләрҙе елләтеү һәм таҙартыу талаптары ҡуйылған. Уҡыусыларҙың уҡыу пландарында ла үҙгәрештәр бар. Хәҙер дәрестәр 35 минут дауам итә, тәнәфестәр ҙә бер үк мәлдә булмай.